Яңылыҡтар «Юлдаш» FM105.5 Яңылыҡтар http://uldashfm.ru Һайлау бюллетендары барлыҡ территориаль комиссияларға барып еткән
Республика үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә. акт буйынса 3 миллион 67 мең 700 ғәҙәти һәм комплекслы эшкәртеү ҡоролмалары өсөн 153 мең бюллетень алынған. Президент вазифаһына кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, журналистар ҡатнашлығында ғәмәлгә яраҡһыҙ һәм артыҡ бюллетендар, шулай уҡ уларҙы әҙерләү формалары юҡ ителгән. Бюллетендарҙы территориаль һайлау участкаларына таратҡанда машиналарға ГЛОНАСС навигация системаһы ҡуйылған.
http://uldashfm.ru/news_id/4404 http://uldashfm.ru/news_id/4404 2012-02-22 2011 йылда Башҡортостандың ипотека баҙарында әүҙемлек артҡан
2010 йыл менән сағыштырғанда кредит һәм маҡсатлы займдар ҡулланып торлаҡ алыу йәки һатыусылар һаны 2 тапҡырға күберәк теркәлгән. Был турала Дәүләт реестры хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан белдерәләр. Әсәлек капиталы программаһының ғәмәлгә ашырылыуы ла ипотека алыусылар һаны артыуға килтерә. Дөйөм алғанда, былтыр 48 меңдән ашыу кеше фатир алғанда ипотека ысулы менән файҙаланған.
http://uldashfm.ru/news_id/4403 http://uldashfm.ru/news_id/4403 2012-02-22 Алименттарын ваҡытында түләмәгәндәр мөлкәтһеҙ ҡаласаҡ
Конституция суды ҡабул иткән документҡа ярашлы, бәлиғ булмаған балаға алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәрҙең мөлкәттәрен тартып алып һатасаҡтар, аҡса балаға бирелә. Суд приставтары федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ил буйынса 1 миллиард 200 миллион һум алимент йыйып алынған. Түләүҙән тайпылыу буйынса 600 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алимент буйынса бурысы булған 5 мең кешегә сит илгә барыуҙы тыйғандар.
http://uldashfm.ru/news_id/4402 http://uldashfm.ru/news_id/4402 2012-02-22 Алименттарын ваҡытында түләмәгәндәр мөлкәтһеҙ ҡаласаҡ
Конституция суды ҡабул иткән документҡа ярашлы, бәлиғ булмаған балаға алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәрҙең мөлкәттәрен тартып алып һатасаҡтар, аҡса балаға бирелә. Суд приставтары федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ил буйынса 1 миллиард 200 миллион һум алимент йыйып алынған. Түләүҙән тайпылыу буйынса 600 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алимент буйынса бурысы булған 5 мең кешегә сит илгә барыуҙы тыйғандар.
http://uldashfm.ru/news_id/4401 http://uldashfm.ru/news_id/4401 2012-02-22 Алименттарын ваҡытында түләмәгәндәр мөлкәтһеҙ ҡаласаҡ
Конституция суды ҡабул иткән документҡа ярашлы, бәлиғ булмаған балаға алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәрҙең мөлкәттәрен тартып алып һатасаҡтар, аҡса балаға бирелә. Суд приставтары федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ил буйынса 1 миллиард 200 миллион һум алимент йыйып алынған. Түләүҙән тайпылыу буйынса 600 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алимент буйынса бурысы булған 5 мең кешегә сит илгә барыуҙы тыйғандар.
http://uldashfm.ru/news_id/4400 http://uldashfm.ru/news_id/4400 2012-02-22 Алименттарын ваҡытында түләмәгәндәр мөлкәтһеҙ ҡаласаҡ
Конституция суды ҡабул иткән документҡа ярашлы, бәлиғ булмаған балаға алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәрҙең мөлкәттәрен тартып алып һатасаҡтар, аҡса балаға бирелә. Суд приставтары федераль хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ил буйынса 1 миллиард 200 миллион һум алимент йыйып алынған. Түләүҙән тайпылыу буйынса 600 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алимент буйынса бурысы булған 5 мең кешегә сит илгә барыуҙы тыйғандар.
http://uldashfm.ru/news_id/4399 http://uldashfm.ru/news_id/4399 2012-02-22 Халыҡ ижады үҙәгенә - 75
Республиканың Халыҡ ижады үҙәге бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Был ойошма 1937 йылда Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ ҡаршыһында Башҡорт республикаһы Халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола һәм ошо ваҡыттан оло юл үтә. Үҙәктә халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, ғалимдар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе үҙе тирәләй туплаған коллектив республиканың район һәм ҡалаларының ижади коллективтары етәкселәренә һәр яҡлап методик ярҙам күрһәтә. Үҙ сиратында был эштәр үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға Рәсәй һәм донъя кимәлендә лайыҡлы сығыш яһарға булышлыҡ итә.
http://uldashfm.ru/news_id/4398 http://uldashfm.ru/news_id/4398 2012-02-22 Халыҡ ижады үҙәгенә - 75
Республиканың Халыҡ ижады үҙәге бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Был ойошма 1937 йылда Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ ҡаршыһында Башҡорт республикаһы Халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола һәм ошо ваҡыттан оло юл үтә. Үҙәктә халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, ғалимдар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе үҙе тирәләй туплаған коллектив республиканың район һәм ҡалаларының ижади коллективтары етәкселәренә һәр яҡлап методик ярҙам күрһәтә. Үҙ сиратында был эштәр үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға Рәсәй һәм донъя кимәлендә лайыҡлы сығыш яһарға булышлыҡ итә.
http://uldashfm.ru/news_id/4397 http://uldashfm.ru/news_id/4397 2012-02-22 Дәүләт реестр хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғара
Ветерандар йәки уларҙың ышаныслы кешеләре күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын ҡыҫҡа ваҡытта теркәй ала. Мәҫәлән, теркәү - 7 көндә, Берҙәм Дәүләт реестрынан мәғлүмәттәр алыу ике көндә башҡарыласаҡ. Акция ваҡыты сикләнмәгән. Әлегә ошо хоҡуҡ менән 2 мең самаһы ветеран файҙаланған.
http://uldashfm.ru/news_id/4393 http://uldashfm.ru/news_id/4393 2012-02-22 Төбәк башлыҡтарын һайлау тураһында
Федерация советы төбәк башлыҡтарын һайлау тураһындағы закон проектына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерә. Уға ярашлы, рейтингы түбән булған, үҙ эшен яҡшы башҡармаған губернаторҙарҙы вазифаһынан алыу ҡарала. Президент Дмитрий Медведев төбәк башлыҡтарын һайлау тураһында ҡанун проектын Думаға ғинуарҙа тапшырғайны. Документҡа ярашлы, губернатор 5 йылға һайлана, уны урындағы парламенттағы партиялар тәҡдим итә. Закон проекты март аҙаҡтарында Думала икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4392 http://uldashfm.ru/news_id/4392 2012-02-22 Бөгөн - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы
Көн тәртибенә 2 тиҫтәнән ашыу ҡанун проекты сығарылған. Уларҙан тыш 7 федераль закон тикшереләсәк. Парламент ултырышында шулай уҡ республикала хоҡуҡ һаҡлау торошо, Эске эштәр министрлығының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге, Контроль-иҫәп палатаһының эш һөҙөмтәләре буйынса отчет тыңланасаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4391 http://uldashfm.ru/news_id/4391 2012-02-22 Кремль чиновниктарҙың табыштарына контролде көсәйтә
Әле ошо турала закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, вазифа биләүселәрҙең килеме генә түгел, ҡасан һәм ҡайҙа күпме сумма тәләфләүе лә тикшерелсәк. Иҫәпкә алынырға тейешле сығымдар араһында күсемһеҙ милек, ер участкаһы, яхта-самолеттар, ҡиммәтле автомобилдәр бар. Ә бына банктағы иҫәптәрҙе күҙәтеү мөмкин түгел - чиновниктар капиталын Рәсәйҙә түгел, сит ил банктарында һаҡлауҙы өҫтөн күрә.
http://uldashfm.ru/news_id/4390 http://uldashfm.ru/news_id/4390 2012-02-22 Республикала яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса штаб төҙөлдө
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса штаб булдырылды. Ошо туралағы күрһәтмәгә вице-премьер- Ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев ҡул ҡуйҙы. Штабҡа 6 эшсе төркөм инә. Улар төбәктәрҙә хәлде баһалай. Ошондай уҡ комиссиялар райондарҙа ла булдырыласаҡ. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, күсмә ултырыштар 11 марттан башлана. Тәүге кәңәшмә Дыуан районында үтәсәк.
Сәсеү кампанияһы буйынса штаб йыл һайын булдырыла. Ул аграрийҙарҙың баҫыу эшенә әҙерлеген тикшерә - орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары, техниканың торошон баһалай
http://uldashfm.ru/news_id/4384 http://uldashfm.ru/news_id/4384 2012-02-21 Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығы вакансияларға конкурс иғлан итә
Улар ведомствоның кадрҙар резервына ҡуйыла. Конкурс етәкселәр, белгестәр һәм тәьмин итеүсе белгестәр категорияһы буйынса уҙғарыла. Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғаризалар Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95 адресы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-29-43 телефон һандары буйынса, йә ведомствоның сайтында белергә була.
http://uldashfm.ru/news_id/4381 http://uldashfm.ru/news_id/4381 2012-02-21 Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Рәсәйгә йыйыла
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 4 мартта үтәсәк Президент кампанияһына күҙәтеүселәрҙе теркәй башланы. Ошо турала һайлау ведомствоһы етәксеһе Владимир Чуров белдерә. Уның әйтеүенсә, әлегә 96 сит ил күҙәтеүсеһе ғариза биргән. Күҙаллауҙар буйынса тағы ла 370-тән ашыу сил ил ойошмаларынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Быға тиклем Президент һайлауында 600 самаһы күҙәтеүсе ҡатнашасаҡ тип хәбәр ителгәйне.
http://uldashfm.ru/news_id/4377 http://uldashfm.ru/news_id/4377 2012-02-21 Бизнесҡа тәүге аҙым
27 февралдә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында «Бизнеста тәүге аҙым» тип аталған түләүһеҙ семинар уҙғарыла. Эшҡыуарлыҡ сараһына 16- 27 йәшлектәр ҡатнаша ала. Унда эш асыу һәм эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәтәсәктәр. Ойоштороусылар белдереүенсә, семинарға 1 мең ярым ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Йәштәргә теркәү үтергә кәрәк, интернетта электрон адресы molodost102@gmail.com
http://uldashfm.ru/news_id/4379 http://uldashfm.ru/news_id/4379 2012-02-21 Башҡортостан- Омск: ҡулай хеҙмәттәшлек өсөн
Февраль аҙағында Өфөгә Омск ҡалаһы эшҡыуарҙары делегацияһының килеүе көтөлә. Омск ҡалаһы хакимиәте һәм өлкәнең сауҙа-сәнәғәт палатаһы тәҡдиме менән 28 февралдән 1 мартҡа тиклем үткәрелгән иҡтисад миссияһы барышында биржа контакттары ҡабул итләсәк. Был турала Республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Омск компаниялары үҙ тауарҙарын Башҡортостан баҙарына үткәреү менән ҡыҙыҡһына. Атап әйткәндә, улар беҙгә пассажирҙар һәм йөк лифттары, нефть һәм газ сығарыу ҡорамалдары, ауыл хужалығы техникаһы һәм башҡа төр продукциялар тәҡдим итергә иҫәп тота.
http://uldashfm.ru/news_id/4378 http://uldashfm.ru/news_id/4378 2012-02-21 Беҙ- бер ҡандан
Бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһында хәйриә акцияһы башланды. Рәсәй сәйәсәт мәктәбенең Башҡортостан бүлексәһе һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторған сарала һәр кем ҡатнаша ала. Унда йыйылған ҡан инвалид һәм ауыр хәлдә булған балаларға тәғәйенләнгән. Ҡан тапшырыу өсөн паспорт кәрәк һәм кеше һау-сәләмәт булырға тейеш. Республика ҡан тапшырыу станцияһы Өфөнөң Батыр урамындағы 41/1 йортта урынлашҡан.
http://uldashfm.ru/news_id/4376 http://uldashfm.ru/news_id/4376 2012-02-21 Үҙ-ара ярҙам –Ләмәзсә
Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында үҙенсәлекле ярҙам фонды эшләп килә. Тирә-яҡ ауылдар халҡы үҙҙәренә кәрәкмәгән кейем һалымды ошонда килтерә. Ауыр тормош шарттарында йәшәүселәр, күп балалы ғаиләләр килеп, үҙҙәренә кәрәкле әйбер ала. Фондты ойоштороусы, ауыл хакимиәтендә 27 йылдан артыҡ эшләгән Кәримә Әбүзәрова әйтеүенсә, кешеләр был социаль акцияла теләп ҡатнаша, халыҡ - мохтаж ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
http://uldashfm.ru/news_id/4375 http://uldashfm.ru/news_id/4375 2012-02-21 Һаҡ булығыҙ- муттар ялған аҡса тарата
Республикала аҡса реформаһына һылтанып, ялған купюралар менән мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Йәғни енәйәтселәр, үҙҙәрен социаль хеҙмәткәр тип таныштырып, 500 йә 5 мең һумлыҡ иҫке купюра урынына яңыһын тәҡдим итә. Был банкнота, әлбиттә, ялған булып сыға. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, илдә аҡса реформаһы көтөлмәй. Милли банктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иҫке купюралар яңылары менән бергә әйләнештә ҡала.
http://uldashfm.ru/news_id/4374 http://uldashfm.ru/news_id/4374 2012-02-21 Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтәсәк.
Унда ауыл хужалығына ҡағылышлы көнүҙәк мәсъәләләр ҡарала. Форумдың маҡсаты - Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында илдең агросәнәғәт комплексының артабанғы үҫеш юлдарын билдәләү. Атап әйткәндә, секцияларҙа һәм пленар ултырышта ауыл хужалығы етештереүенең айырым тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ауылдың социаль үҫеш һәм урындағы үҙидаралыҡ проблемаларын хәл итеү саралары тураһында фекер алышыу ҡарала. 27-28 февралдә баш ҡалабыҙ илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңгә яҡын ҡунаҡты ҡаршы аласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4373 http://uldashfm.ru/news_id/4373 2012-02-21 Үҙәк һайлау комиссияһында «ҡыҙыу линия» эшләй
Бөгөндән Үҙәк һайлау комиссияһында «ҡыҙыу линия» эшләй башланы. Көн һайын Мәскәү ваҡыты менән иртәнге туғыҙҙан көндөҙгө бергә һәм 14 сәғәттән киске алтыға тиклем 8-800-100-14-00 һандарына шылтыратырға мөмкин. Һайлауға ҡағылышлы һорауҙарға ведомство белгестәре яуап бирәсәк. Һәр аҙна, ә 2-се марттан 5-енә тиклем көн һайын «ҡыҙыу линия»ға килгән мөрәжәғәттәр Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтына ҡуйыласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4358 http://uldashfm.ru/news_id/4358 2012-02-20 «Өфө» дәүләт ат һарайы- беренсе урында
«Өфө» дәүләт ат һарайы, 2011 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алған. «Росплемконзавод» ассоциацияһының генераль директоры Александр Тимченко, республика вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев исеменә ебәргән хатында шулай тип белдергән.
Уҙған йылда «Өфө» дәүләт ат һарайы башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы статусын алды. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, предприятиела һуңғы биш йыл эсендә аттар һаны һәм ҡымыҙ етештереү күләме 3 тапҡырға артҡан.
http://uldashfm.ru/news_id/4352 http://uldashfm.ru/news_id/4352 2012-02-20 24 февралде ял итеп иғлан итеү - предприятие етәкселәренең үҙ ҡарамағында ҡала
Был турала Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса Федераль хеҙмәт башлығы урынбаҫары Иван Шкловец белдергән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 февраль – кесаҙна, Рәсәйҙә ял, йома көндө кешеләр эшкә сыға. Шәмбе һәм йәкшәмбе ғәҙәти ял көндәре буласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4351 http://uldashfm.ru/news_id/4351 2012-02-20 Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы уҙғарыласаҡ
Президент Рөстәм Хәмитов ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сығымдарҙың күләмен билдәләү һәм фианас сығанаҡтар табыу республика хөкүмәтенә йөкмәтелгән. Форум 27-28 февралдә үтәсәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4350 http://uldashfm.ru/news_id/4350 2012-02-20 Башҡортостандың торлаҡ буйынса дәүләт инспекцияһына йыл башынан 936 мөрәжәғәт килгән
Был һан 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 56 процентҡа күберәк. Инспекторҙар тарафынан коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү һәм торлаҡ фондын техник файҙаланыуҙа 1861 тәртип боҙоуҙар асыҡлаған. Бындай осраҡтарҙың күбеһе Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта теркәлгән. Ведомство хеҙмәткәрҙәре ҡабул ителгән талаптарҙы һәм нормаларҙы үтәмәгән өсөн 435 иҫкәртеү яһаған. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле, 149 эш ҡуҙғатылған.
http://uldashfm.ru/news_id/4349 http://uldashfm.ru/news_id/4349 2012-02-20 Республика ҡаты ҡаҙылма байлыҡтарҙы геологик эҙләнеүҙәр буйынса алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостанға Волга буйы федераль округы буйынса 2011 йылда ер аҫты ятҡылыҡтары менән файҙаланыусыларҙың үҙ иҫәбенә ҡаты ҡаҙылма байлыҡтарҙы геологик эҙләнеүҙәрҙең 46 проценты тура килгән. Аҡсаға күсергәндә, округта үҙләштерелгән 759 миллион һумдың 350 миллионы тигән һүҙ. Эштәр ҡара, төҫлө, ҡиммәтле металдар һәм металл булмаған 4 йүнәлештә алып барылған. Был саралар 36 участкала башҡарылған. Ағымдағы йылда 140 миллион һумлыҡ геологик эҙләнеү эштәре ҡаралған.
http://uldashfm.ru/news_id/4348 http://uldashfm.ru/news_id/4348 2012-02-20 Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә йәрәхәт алғандарға автомобилдәр тапшырыла
Бөгөн «Аҡбуҙат» ипподромы комплексында Рәсәй Эске эштәр министрлығы «Булат» махсус тәғәйенләнештәге отрядтың хәрби хеҙмәткәрҙәренә автомобилдәр тапшырыу тантанаһы була. Унда Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә йәрәхәт алған лейтенант Антон Егоренков, сержант Олег Сергучев, кесе сержант Владимир Иордан, ефрейторҙар Филүс Ҡансурин һәм Вадим Сафинға «Лада Приора» автомобилдәре асҡыстарын тапшырыу ҡаралған.
http://uldashfm.ru/news_id/4347 http://uldashfm.ru/news_id/4347 2012-02-20 Эмблемаға конкурс иғлан ителде
Башҡортостанда «Имен баласаҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы»ның эмблемаһын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Уны республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ойштора. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем эмблема проектын тәҡдим итә ала. Материалдарҙы 2012 йылдың 25 февраленә тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413-сө кабинетына тапшырырға кәрәк. Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының www.pressarb.ru сайтынан алырға мөмкин.
http://uldashfm.ru/news_id/4341 http://uldashfm.ru/news_id/4341 2012-02-17 Президент менән әңгәмә
Башҡортостанда балалар баҡсаларына булған сират яйлап кәмей бара. 2011 йылда 11 мең ярым сабыйға урын табылған. Быйыл Өфөлә 10-12, Республика буйынса 50 балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла. Был турала президент Рөстәм Хәмитов халыҡ менән телевидение эфиры аша тура әңгәмәлә белдерҙе. Баҡса һалыу ҡиммәт, әммә кәрәкле эш. Президент бындай обьекттар төҙөүселәрҙең бюджет аҡсаһын тәләфләмәҫкә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Президент торлаҡ темаһына айырым туҡталды. Башҡортостанда торлаҡ етерлек күләмдә төҙөлмәй, булағандары үтә ҡиммәт, бюджет өлкәһендә эшләүселәр фатирҙың квадрат метрын 30, 40, 50 мең һумға һатып ала алмай. Республика етәксеһе әйтеүенсә, хәҙер эконом класлы торлаҡҡа иғтибар артасаҡ. Бындай фатирҙарҙа квадрат метр 20-22 мең һумдан артмаҫҡа тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Әммә 20-22 мең һум да бюджет өлкәһендә эшләүселәргә ауырға тура килә. Шуға күрә социаль найм буйынса торлаҡ төҙөү темаһы ентекле өйрәнелеүен белдерҙе президент.
Мәсьәләнең киҫкенлегенең тағы бер сәбәбе- Өфөлә йорттар һалыу өсөн урындар етмәй. Торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкаһы алып та, унда эште һуҙғандарҙан, был ерҙәр ҡала файҙаһына тартып алынасаҡ һәм унда эконом класлы йорттар төҙөләсәк. Бының өсөн Респулика парламентына ҡанун ҡабул итергә, шулай уҡ Дәүләт Думаһына закон башланғысы менән сығырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов юлдар торошо, күп фатирлы йорттарҙа «Йорт комитеттары» темаһына ла ентекле туҡталды. «Йорт һәм уның биләмәләре- ошонда йәшәгән кешеләрҙеке. Һәр кем үҙ биләмәһендә хужа ла була белергә, тәртиптә лә тоторға тейеш. Йорт комитеттарының асылы шунда»-, тине президент.
Республика етәксеһенә демография, инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге асыу, транспорт хәрәкәте, Өфөлә һәйкәлдәр аҙлығы, Фармацевтика йүнәлешендә етештереү линияһы ойоштороу, Өфөнөң таҙалығы, бөхтәлеге һәм ҡунаҡсыллығына ирешеү һәм башҡа һорауҙар бирелде. Рөстәм Хәмитов барыһына ла ентекле яуап бирҙе. Республика президенты был эштәрҙең барыһын да атҡарып сығыу мөмкин, тик бер көнлөк эш түгел, ныҡышмал һәм берҙәм команда булып эшләгәндә, барыһына ла өлгәшеп буласағын белдерҙе.
Иҡтисади ауырлыҡ кисергән предприятиеларҙы яһалма рәүештә банкрот тип иғлан итеү, уның мөлкәтен һатыу темаһына Рөстәм Хәмитов айырым туҡталды. Һалым буйынса 500 мең, 1 миллион һум бурысы булған предприятие- ойошмаларҙың бурыстарын дәүләт иҫәбенә ҡаплау күпкә отошло, сөнки, ундағы хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ, тимәк, аҡсаһыҙ ҡалмаясаҡ. Президент республика хөкүмтенә мәсьәләнең айышын төшөнөргә, ҡотҡарып булырҙай предприятиеларҙы банкротлыҡ процедураһынан һаҡлап ҡаласағын белдерҙе.
Республика етәксеһенең халыҡ менән тура эфирҙа әңгәмәһе 2 сәғәт барҙы. Шәмбе кисе булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр күңел асыу программаларынан ситләшеп, «Вся Уфа» һәм «Башҡортостан» телевиденһын ҡараны. Был шунан күренә- сайтҡа 1 мең 200 һорау- мөрәжәғәт килгән, телефон аша байтаҡ шылтыратыуҙар булды. Йәғни президент халыҡ мәнфәғәттәрен онотмай, халыҡ үҙ хәстәрен республика етәкселегенә еткерергә тырыша. Тура эфирҙағы әңгәмә барлыҡ күтәрелгән проблемаларҙы хәл итеүгә яңы һулыш бирер тигән өмөттә һәр кем.

http://uldashfm.ru/news_id/4346 http://uldashfm.ru/news_id/4346 2012-02-19 Фермерҙарға дәүләт ярҙамы
Яңы эш башлаған фермерҙар дәүләт ярҙамы аласаҡ. Ауыл хужалығы министры Елена Скрынник белдереүенсә, быйылдан предприятие булдырыу, хужалыҡ итеү, инфраструктуралар үткәреү һәм ерҙе рәсмиләштереү өсөн гранттар һәм аҡсалата ярҙам бүленә. Федераль ҡаҙнанан һәм төбәк бюджетынан финанслау арҡаһында гранттың күләме 1 миллион ярым һумға тиклем, дәүләт ярҙамының күләме 250 мең һумға тиклем билдәләнә.
http://uldashfm.ru/news_id/4345 http://uldashfm.ru/news_id/4345 2012-02-18 Уҡытыусылар көс һынаша
Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының беренсе туры башланды. Район-ҡалаларҙан 56 мөғәллим баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрес күрһәтә. Икенсе тур март айында ойошторола. Унда педагогтар үҙҙәренең инновацион проекттары менән таныштыра, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, лекция менән сығыш яһай һәм дебаттарҙа ҡатнаша. Конкурсты рәсми асыу 27 мартҡа тәғәйенләнгән. Уның еңеүселәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк тантаналы сарала билдәле була.
http://uldashfm.ru/news_id/4344 http://uldashfm.ru/news_id/4344 2012-02-18 Президент менән тура бәйләнеш
Бөгөн Президент Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Республика етәксеһенә 255-90-27 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Өфөнөң коды- 8-347. Шулай уҡ һорауҙарҙы www.allufa.ru сайтында ла ҡалдырырға була. Президент менән тура эфирҙа бәйләнеш 19 сәғәт 30 минутта башлана. Республика етәксеһе менән әңгәмәне «Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһы»нда ла ҡарарға мөмкин.
http://uldashfm.ru/news_id/4343 http://uldashfm.ru/news_id/4343 2012-02-18 Рәсәй президентын һайлау компанияһы яңы этапҡа күсә
Рәсәйҙең президент һайлау компанияһы яңы этапҡа күсә. Бөгөндән алыҫ һәм үтеп инеү ауыр булған төбәктәрҙә, поляр станцияларҙа һәм маяҡтарҙа, һайлау көнөндә диңгеҙҙә буласаҡ судноларҙа, шулай уҡ сит илдәрҙәге бер-нисә һайлау участкаларында алдан тауыш биреү башлана. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, алдан тауыш биреү Рәсәйҙең 36 төбәгендә үтәсәк. Уларға Алыҫ Көнсығыш, Себер һәм Урал төбәктәре, төньяҡ биләмәләр инә.
http://uldashfm.ru/news_id/4340 http://uldashfm.ru/news_id/4340 2012-02-17 Үҙәк һайлау комиссияһы -һайлаусылар һаны тураһында яңы мәғлүмәттәр
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар һаны тураһында яңы мәғлүмәттәр бирҙе. 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ил буйынса 109 миллион 947 мең 323 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Бынан тыш, Рәсәйҙән ситтә 1 миллион 794 мең ярым граждан йәшәй, йәки командировкала.
Башҡортостанда 3 миллион 39 мең 61 һайлаусы бар. Рәсәйҙең 7 төбәгендә генә, атап әйткәндә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостанда һайлаусылар һаны 3 миллиондан ашыу.
http://uldashfm.ru/news_id/4339 http://uldashfm.ru/news_id/4339 2012-02-17 Республикала 14 миллион ярым тонна нефть һәм 424 миллион кубометр газ сығарыу ҡарала
Быйыл Башҡортостанда 14 миллион ярым тонна нефть һәм 424 миллион кубометр газ сығарыу планлаштырыла. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы етәксеһе Рәсих Хәмитов белдереүенсә, нефть сығарыу буйынса яңы алымдарҙы уңышлы ҡулланыу арҡаһында, һуңғы йылдарҙа республикалағы ятҡылыҡтарҙан нефть сығарыу кимәлен тотороҡландырыуға өлгәшелгән. Башҡортостанда был тармаҡта ете ойошма шөғөлләнһә, сығарылған сеймалдың төп өлөшө «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһына тура килә. Республика биләмәһендә әлеге мәлдә бөтәһе 202 ятҡылыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 163-ө эшкәртелә.
http://uldashfm.ru/news_id/4338 http://uldashfm.ru/news_id/4338 2012-02-17 Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн йыл һайын тапшырыласаҡ премия булдырылды
Рәсәйҙә «Беҙҙең киләсәк» фонды ярҙамында илдә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн йыл һайын тапшырыласаҡ премия булдырылды. Иң яҡшы социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген дәрләндереү, шулай уҡ йәмәғәтселек иғтибарын социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү- был башланғыстың төп маҡсаты булып тора. Әлеге ваҡытта 8 номинация билдәләнгән. Фондтың башҡарма директоры Евгений Живоглазов белдереүенсә, киләсәктә уларҙы арттырыу ҡарала. Премия лауреаттарының һәр береһенә статуэтка тапшырыласаҡ. Шулай уҡ күп кенә номинацияларҙа аҡсалата премия ла ҡаралған. Конкурсҡа социаль эшҡыуарҙар, юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Заявкалар ағымдағы йылдың 2 мартына тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү апрель аҙағына планлаштырылған.
http://uldashfm.ru/news_id/4337 http://uldashfm.ru/news_id/4337 2012-02-17 Чехия һәм Словакия илселеге ҡайғы уртаҡлаша
Даян Мурзин – Ян Жижка исемендәге партизан бригадаһының легендар командиры, Чехословакия геройы вафат булғандан һуң, Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Петр Коларж һәм Словакияның тулы хоҡуҡлы илсеһе Йозеф Мигаш, Даян Баян улының яҡындарына һәм туғандарына, Республика Президенты Рөстәм Хәмитов адресына ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәрҙе. «Чехия һәм Словакия азатлығы өсөн көрәшкән шәхес донъянан китте, был - ҙур юғалтыу. Даян Мурзиндың ҡаһарманлығы хәтерҙә мәңге һаҡланыр»-, тиелә телеграммаларҙа.
http://uldashfm.ru/news_id/4336 http://uldashfm.ru/news_id/4336 2012-02-17 Президент Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһында яңы комплекс асыу тантанаһында ҡатнашты
Бөгөн Бөрө ҡалаһында физкультура–һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырҙылар. Яңы объекттың мөмкинлектәре менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та танышты. Бинаның майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Унда бассейн, спорт залы, теннис һәм саңғы базаһы ҡаралған. Комплексҡа инженер селтәрҙәре үткәрелгән, ошо көндәрҙә ҡорамалдарҙы урынлаштырыу башланған. Объектҡа нигеҙ 2010 йылда һалына. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бассейн, һәр спорт төрө өсөн ҡулайлаштырылған залдары булған бина сафҡа индерелә.
http://uldashfm.ru/news_id/4332 http://uldashfm.ru/news_id/4332 2012-02-16 Айырым тармаҡтарҙа етештереү артыуы күҙәтелә
Башҡортостандың тимер-бетон заводттарында уҙған йыл 1 миллион кубометрҙан ашыу продукция сығарылған. Унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 26 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Йыл йомғаҡтары буйынса предприятиеларҙың етештерү ҡеүәттәрен файҙаланыу уртаса 56,9 процент тәшкил иткән, 2010 йылда иһә был күрһәткес 43,2 процент булған. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, төп төҙөлөш материалдары – цемент, гипс, йыйылма тимер-бетон, кирбес, шифер, термошымартылған быяла табаҡтар һәм керамик плиталар етештереү күпкә артҡан. «ГлавБашСтрой»ҙа газ-селикаттан 64,3 мең кубометр йыйылма стеналар етештерелгән. Сағыштырып әйткәндә, ул- 32 миллион 200 мең шартлы кирбес тигән һүҙ.
http://uldashfm.ru/news_id/4331 http://uldashfm.ru/news_id/4331 2012-02-16 Президентҡа һорау бир
Шәмбе, 18 февралдә, президент Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк. Республика етәксеһенә һорауҙарҙы 2-55-90-27 телефоны буйынса бирергә мөмкин. Өфөнөң коды- 8-347. Шулай уҡ һорауҙарҙы
http://www.allufa.ru/ сайтында ла ҡалдырырға була. Президент менән тура эфирҙа бәйләнеш 19 сәғәт 30 минутта башлана һәм ике сәғәт барасаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4330 http://uldashfm.ru/news_id/4330 2012-02-16 Эш хаҡы буйынса округта беҙ- бишенсе
Башҡортостан уртаса эш хаҡы кимәле буйынса Волга буйы федераль округына ҡараған 14 төбәк араһында 5-се урында тора. Рейтингтың тәүге баҫҡыстарын Пермь крайы, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм Татарстан биләй. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уҙған йылдың 12 айында айырым хеҙмәткәрҙең хеҙмәт килеме 18 мең 427 һум булған, 2010 йыл менән сағыштырғанда 13,3 процентҡа күтәрелгән. Бер үк ваҡытта Республикала эш хаҡы үҫешенең динамикаһы Рәсәйҙәге уртаса темпты уҙып киткән. 2011 йылда, бюджет тармағына килгәндә, мәғариф өлкәһендә түләү 13,1 процентҡа артып 12 мең һум тәшкил иткән, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмаларында 17,6 процентҡа күтәрелеп, 13 мең 600 һумға еткән.
http://uldashfm.ru/news_id/4329 http://uldashfm.ru/news_id/4329 2012-02-16 Өфөлә «Иҫерек водитель» операцияһы башлана
Инспекторҙар эскән килеш руль артына ултырған автоһәүәҫкәрҙәрҙе 3 көн дауамында асыҡлаясаҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авариялар күп осраҡта иҫерек водителдәр арҡаһында була. Уҙған йылда, мәҫәлән, баш ҡалала ошондай 30 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 26-һы йәрәхәттәр алған. Инспекторҙар юлда иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе үтәргә һәм эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа саҡыра.
http://uldashfm.ru/news_id/4328 http://uldashfm.ru/news_id/4328 2012-02-16 Наркобарондарға- ғүмерлек төрмә
Дәүләт Думаһы енәйәт кодексына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерҙе. Ул наркотик һатыу һәм таратыусыларға язаны ҡатыландыра. Быға тиклем наркотиктарҙы һатҡан йәки таратҡан өсөн 4-8 йыл хөкөм көтһә, хәҙер ул 12 йылға етә. Айырыуса ҙур күләмдәге енәйәттәр өсөн, йәғни халыҡса әйткәндә, «Наркобарон»дарға 20 йыл, айырым осраҡтарҙа ғүмерлеккә төрмә янай.
http://uldashfm.ru/news_id/4327 http://uldashfm.ru/news_id/4327 2012-02-16 Бензин хаҡы- контролдә
Ил етәкселеге яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәрҙе ҡаты контролгә аласаҡ. Бынан һуң шәхси автозаправка станцияларына бензинға хаҡты билдәләнгәндән артыҡ күтәреү тыйыла.
Энергетика министрлығы яғыулыҡ хаҡын махсус формула ярҙамында иҫәпләп сығара. Министрлыҡ бының өсөн шәхси станциялар менән нефть компаниялары араһында килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Был осраҡта үҙаллы заправка станциялары һәр тонна яғыулыҡҡа 4 мең ярым һум өҫтәй аласаҡ. Ошо лимитты арттырыусыларға штраф йәки килешеүҙе өҙөү янай.
http://uldashfm.ru/news_id/4326 http://uldashfm.ru/news_id/4326 2012-02-16 Уҡыу йорттары берләшә
Башҡортостандағы ике юғары уҡыу йорто - Стәрлетамаҡ һәм Бөрөләге педагогия академияларыныың статусы үҙгәрә. Хәҙер улар Башҡорт Дәүләт Университеты ҡарамағына индерелә. Ошо туралағы махсус документ Рәсәйҙең фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан раҫланды. Күрһәтмәлә әйтелеүенсә, был уҡыу йорттары классик белем биргән университет филиалдары тип иҫәпләнәсәк. Документты тормошҡа ашырыу өсөн теүәл бер йыл ваҡыт бирелгән. Бөрө һәм Стәрлетамаҡтағы уҡыу йорттарын Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағына тапшырыу тураһындағы тәҡдим бер-нисә йыл тикшерелеп килгәйне. Белгестәр фекеренсә, был алым студенттарға белем биреү системаһы камиллашасаҡ. Икенсенән, бер кластерға инеү матди хәлде лә яҡшыртырға тейеш.
http://uldashfm.ru/news_id/4325 http://uldashfm.ru/news_id/4325 2012-02-16 Төҙөүселәр отчет тота
Башҡортостанда ғинуар айында дөйөм майҙаны 61 мең 700 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Өфөлә -16, Нефтекама ҡалаһында – 3, Салауатта 1 мең квадрат метрҙан ашыу фатир төҙөлгән. Сафҡа индерелгән йорттар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында икенсе урында. Быйыл республикала 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла.
http://uldashfm.ru/news_id/4324 http://uldashfm.ru/news_id/4324 2012-02-16 Батырмы, Айыуханмы?
2013 йылда Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарының талисманы итеп Аҡ айыу балаһы һайланғайны. Әлегә спорт байрамы талисманының атамаһы юҡ. Уға исем буйынса Халыҡ-ара уйындарҙың махсус сайтында конкурс иғлан ителгәйне. Улар-Батыр , Топтыжка, Айыухан. Фимка, Яшка һәм Снежок. Тауыш биреү өсөн http://www.icg-ufa2013.com/. сайтына инергә кәрәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4309 http://uldashfm.ru/news_id/4309 2012-02-15 Бәләкәй ҡалаларҙың ҙур мәсьәләләре
Яңауылда бөгөн премьер-министр Азамат Илембәтов рәйеслегендә республика хөкүмәте президиумының күсмә ултырышы үтте. Унда бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү, бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостанда Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Учалы һәм Яңауыл бәләкәй ҡалалар категорияһына ҡарай. Уларҙың халҡы 16 меңдән 44 мең кешегәсә. Барыһында бергә 250 мең кеше, йәғни республика халҡының 6,2 проценты йәшәй. Президент Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары» тураһында программа әҙерләргә ҡушҡайны. Документ урындарҙа яңы етештереү линиялары асыу, урындағы инфраструктураны яҡшыртыу, инвесторҙар йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлтелә.
http://uldashfm.ru/news_id/4316 http://uldashfm.ru/news_id/4316 2012-02-15 Республика аграрийҙары- Мәскәүҙә
Республиканан 4 эшкәртеү предприятиеһы Мәскәүҙә- «ПродЭкспо» Ххалыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡортостандан «Башспирт», «Авдон», Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы һәм «Сава» компанияһы форумда аҙыҡ-түлек, эсемлектәр, уларҙы етештереү өсөн сеймалдар күрһәтә. Дөйөм алғанда, Мәскәү күргәҙмәһендә 55 илдән 2 меңдән ашыу агропредприятие ҡатнаша.
http://uldashfm.ru/news_id/4312 http://uldashfm.ru/news_id/4312 2012-02-15 2014 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитының Өфөлә үтеүе ихтимал.
Әле Башҡортостан Халыҡ-ара форумды уҙғарыу йәһәтенән эш алып бара. Был мәсьәлә буйынса Рәсәй президенты менән килешелгән. Президент Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары менән килешеү эше тора. «Бындай Халыҡ-ара форумды уҙғарыу Өфөнөң һәм Башҡортостандың абруйын арттырасаҡ. Республиканы һәм уның башҡалаһын донъя кимәлендә танытасаҡ»,- тине Рөстәм Хәмитов. Был иһә ҡаланың артабанғы үҫешенә, инвестициялар йәлеп итеүгә, инфраструктураны яҡшыртыуға етди этәргес бирәсәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4311 http://uldashfm.ru/news_id/4311 2012-02-15 Танышайыҡ, табышайыҡ, милләттәштәр
Силәбелә башҡорттарҙың «Танышыу клубы» барлыҡҡа киләсәк. Уны өлкә Башҡорт халыҡ үҙәге аса. Шуныһын билдәләп китеү урынлы, быға тиклем Силәбелә рус, татар һәм ҡаҙаҡ танышыу клубтары эшләп килә. Башҡорт клубын асыусылар әйтеүенсә, осрашыуға профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсылар, Башҡортостандан һәм Силәбенән артистар, яҙыусы- шағирҙар килеп сығыш яһаясаҡ. Клуб эшенә табип- психологтар, хатта астрологтарҙы йәлеп итергә уйлайҙар. Улар йәштәргә төрлө консультациялар бирәсәк. Барлыҡ саралар башҡортса һәм русса алып барыласаҡ. Клуб 18 февралдә асыла.
http://uldashfm.ru/news_id/4310 http://uldashfm.ru/news_id/4310 2012-02-15 Веб-камералар ҡуйыу дауам итә
Ил буйынса һайлау участкаларын заманса ҡоролма- веб-камералар менән йыһазландырыу дауам итә. 4 марттағы президент һайлауында Рәсәйҙәге барлыҡ участкаларҙа икешәр видеокамера буласаҡ. Башҡортостанда 3 мең 509 участка бар, уларҙың 3 мең 468-енә веб-камера ҡуйыла. Был эштәр бөгөн тамамланырға тейеш. Ҡалған 124 һайлау участкаһына заманса ҡорамал техник сәбәптәр арҡаһында барып етә алмай. Мәсьәләне спутник бәйләнеше аша хәл итәсәктәр. Дауахана, тәфтиш изоляторҙарындағы участкаларҙа, ә уларҙың һаны Башҡортостанда 41, веб-камералар булмаясаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4308 http://uldashfm.ru/news_id/4308 2012-02-15 Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 22 февралдә үтәсәк
Бөгөн республика парламенты президиумының ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Көн тәртибенә өс тиҫтәгә яҡын ҡанун проекты сығарыла. Улар араһында мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләүсе ғаиләләргә ҡағылышлыһы ла бар. Проект буйынса эш биреүсе ғәрип бала тәрбиәләгән ата кешене үҙ ҡарары менән хеҙмәт урынынан сығарыу мөмкинлеген юғалтасаҡ. Ошондай закон ҡайһы бер ғаиләләргә берҙән-бер матди сығанаҡһыҙ ҡалмаҫҡа булышлыҡ итәсәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4306 http://uldashfm.ru/news_id/4306 2012-02-14 Рәсәйҙә йылға порттары хакимиәттәре ойоштороласаҡ
Транспорт министры Игорь Левитин әйтеүенсә, был авариялар һанын кәметеү һәм тәртипте нығытыу маҡсатында эшләнә. Һәр пристандә порт бассейны капитанының вәкиле буласаҡ. Уның рөхсәтенән башҡа судноларға рейсҡа сығыу тыйыла. Бынан тыш Дәүләт думаһында транспортта хәүефлек сараларын боҙған өсөн язаны ҡәтғиләштереү тураһында закон проекты ла ҡарала. Мәҫәлән, фажиғә булған осраҡта, ғәйепләнеүсе компания һәләк булған һәр пассажир өсөн 2 миллион һум аҡса түләйәсәк, тигән Игорь Левитин.
http://uldashfm.ru/news_id/4305 http://uldashfm.ru/news_id/4305 2012-02-14 Тарифҡа хаҡ – йәмәғәт күҙәтеүендә
Рәсәйҙең йәмәғәт палатаһы коммуналь хеҙмәттәр буйынса «ҡыҙыу линия» ойошторған. Тарифтарға хаҡ артыуын теркәгән граждандар был турала 8-800-700-8-800 һандарына шылтыратып әйтә ала. Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай, тип хәбәр итәләр палатаның матбуғат хеҙмәтенән. Линия дүшәмбенән йомаға тиклем Мәскәү ваҡыты буйынса 9 сәғәттән киске сәғәт алтыға тиклем эшләй. Быға тиклем дә 2010 йылда Йәмәғәт палатаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы проблемалары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторҙо. 18 меңгә яҡын шылтыратыу булды.
http://uldashfm.ru/news_id/4304 http://uldashfm.ru/news_id/4304 2012-02-14 Торлаҡ төҙөү күләмдәре
Башҡортостанда ғинуар айында дөйөм майҙаны 61 мең 700 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Өфөлә -16, Нефтекама ҡалаһында – 3, Салауатта 1 мең квадрат метрҙан ашыу фатир төҙөлгән. Сафҡа индерелгән йорттар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы Федераль округында икенсе урында. Быйыл республикала 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла.
http://uldashfm.ru/news_id/4298 http://uldashfm.ru/news_id/4298 2012-02-14 Йыһан хеҙмәттәре үҙәге асылды
Башҡорт дәүләт университетында нигеҙендә Йыһан хеҙмәттәре үҙәге эшләй башланы. Уның эшмәкәрлек даирәһе лә киң генә. Улар үҙ эсенә, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ерҙән алыҫ тороп тикшереү ҡоролмаларын файҙаланып йыһандан алынған, мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеү, теркәү, эшкәртеү, архивлаштырыу һәм уларҙы таратыу кеүек хеҙмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көндә йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен күп тармаҡтар мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡулланырға мөмкин. Атап әйткәндә, торлаҡ коммуналь хужалыҡ, һыу һәм юл хужалығында, ер ресурстарын файҙаланыуҙы күҙәтеүҙә тотоу һәм башҡа өлкәләр эшен яйға һалыуҙа мөһим булып тора.
http://uldashfm.ru/news_id/4297 http://uldashfm.ru/news_id/4297 2012-02-14 Йыһан хеҙмәттәре үҙәге асылды
Башҡорт дәүләт университетында нигеҙендә Йыһан хеҙмәттәре үҙәге эшләй башланы. Уның эшмәкәрлек даирәһе лә киң генә. Улар үҙ эсенә, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ерҙән алыҫ тороп тикшереү ҡоролмаларын файҙаланып космостан алынған, мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеү, теркәү, эшкәртеү, архивлаштырыу һәм уларҙы таратыу кеүек хеҙмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көндә йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен күп тармаҡтар мәсъәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡулланырға мөмкин. Атап әйткәндә, торлаҡ коммуналь хужалыҡ, һыу һәм юл хужалығында, ер ресурстарын файҙаланыуҙы күҙәтеүҙә тотоу һәм башҡа өлкәләр эшен яйға һалыуҙа мөһим булып тора
http://uldashfm.ru/news_id/4296 http://uldashfm.ru/news_id/4296 2012-02-14 Уртаса эш хаҡы – 17865 һум
Башҡортостанда айырым хеҙмәткәргә алғанда уртаса эш хаҡы уҙған йылдың ғинуар-ноябрендә, 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 13 процентҡа артып 17 мең 865 һум тәшкил иткән. Был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестең 78 проценты тигән һүҙ. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса, уртаса эш хаҡы 18 мең 427 һумға етәсәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4295 http://uldashfm.ru/news_id/4295 2012-02-14 Эш хаҡы буйынса бурыстар 111,5 миллион һумға еткән
Һуңғы бер йыл эсендә Башҡортосанда эш хаҡы буйынса бурыстар 28 ярым процентҡа артып – 111 миллион ярым һумға еткән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала 28 предпритие финанс проблемалар кисерә. 5 мең 670 кеше ваҡытында эш хаҡы алмаған. Бурыстарҙың ҙур өлөшө банктротлыҡ сигендә булған предприятиеларға тура килә, тигән министр.
http://uldashfm.ru/news_id/4294 http://uldashfm.ru/news_id/4294 2012-02-14 Йәйәүлеләр өсөн штрафтар артыуы ихтимал
Автомобиль хужалары Федерацияһы йәйәүлеләр өсөн штрафтарҙы арттырырға тәҡдим итә. Документ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге Дәүләт инспекцияһына ебәрелгән. Уға ярашлы, юлды светофорҙың ҡыҙыл утына киҫеп үтеүселәр 3 мең һум штраф түләйәсәк, әле бының өсөн 200-300 һум аҡсалата яза ҡаралған. Бынан тыш, федерация ике һыҙатлы юлдарҙа йәйәүлеләр өсөн светофорһыҙ юлды киҫеп сығыу урындарын бөтөрөргә тәҡдим итә. Эксперттар фекеренсә, был – фажиғә осраҡтарын кәметергә ярҙам итәсәк.
http://uldashfm.ru/news_id/4293 http://uldashfm.ru/news_id/4293 2012-02-14 «Бельские просторы» еңеүселәрҙе билдәләне
«Бельские просторы» журналы поэтик тәржемә буйынса 4-се республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләй. Быйылғы ижади бәйге ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис версиялар буйынса уҙғарылды. Лауреаттар исемдәре билдәле, улар бөгөн «Урал» галереяһында сәғәт биштә башланған кисәлә аталасаҡ. Былтырғы конкурс Шәйехзада Бабичтың ижадына арналды һәм тәржемә өсөн уның «Бер минут» тигән фәлсәфәүи шиғыры тәҡдим ителгәйне.
http://uldashfm.ru/news_id/4292 http://uldashfm.ru/news_id/4292 2012-02-14 Рәсәй банкирҙары Башҡортостанға йыйылды
Әбйәлил районында «Урал форумы – банктарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» банк-ара конференцияһы бара. 18 февралгә тиклем дауам итәсәк форумда финанс учреждениелары вәкилдәренән тыш, илдең Федераль именлек, Эске эштәр министрлығы, Роскомнадзор, техник һәм экспорт күҙәтеү буйынса федерель хеҙмәт белгестәре ҡатнаша. Сарала ҡараласаҡ төп темалар - милли түләү системаһының хәүефһеҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм ситтән тороп банк хеҙмәтенең сифатын күтәреү.
http://uldashfm.ru/news_id/4291 http://uldashfm.ru/news_id/4291 2012-02-14 Штрафыңды түлә лә, тыныс йоҡла
Башҡортостанда бөгөндән «Штраф» операцияһы башлана. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф 30 көн эсендә түләнергә тейеш. Ошо ваҡыт эсендә ҡапламағандарҙы ике тапҡырға ҙурыраҡ суммала аҡсалата яза көтә йәки 15 тәүлеккә ябып ҡуйыҙары ла ихтимал. Һуңғы осорҙа ғына штрафтарын ваҡытында түләмәгән 200 водитель тотолған. Уларҙан 1 миллион 735 мең һум аҡса алынған, 10 водителде 15 тәүлеккә ҡулға алғандар. Был турала Өфө ҡалаһы буйынса автоинспекциянан хәбәр итәләр.
http://uldashfm.ru/news_id/4282 http://uldashfm.ru/news_id/4282 2012-02-13 Торлаҡ өсөн хаҡтар йәмәғәтселек контролендә
Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар артыу мәсьәләһен тикшереүҙе Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһы үҙ өҫтөнә ала. Палата бөгөндән «Ҡыҙыу элемтә» булдырған. Кешеләр 8-800-700-8-800 телефонына шылтыратып, фатир өсөн хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырыу осраҡтарын еткерә ала. «Ҡыҙыу элемтә» дүшәмбенән шәмбегә тиклем Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем эшләй. Тағы ла шуныһы- шылтыратыу бушлай.
Мәғлүм булыуынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн июлгә тиклем хаҡтары күтәреү тыйылған. Ил хөкүмәтенең ошо туралағы күрһәтмәһе бар.
http://uldashfm.ru/news_id/4283 http://uldashfm.ru/news_id/4283 2012-02-13 «Сулпан»дар- Төркиәгә
Апрель айында Төркиәнең Конъя ҡалаһында «Мең һулыш һәм бер тауыш» тип аталған халыҡ-ара театр фестивале уҙғарыла. Бындай сарала ҡатнашыу өсөн Сибайҙан «Сулпан» балалар театрына саҡырыу ебәрелгән. Республика Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара «Төрксой» ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов белдереүенсә, илдең Мәҙәниәт министрлығы менән «Төрксой» араһында үҙ-ара килешеү тураһындағы документ та ошо йүнәлештәге эштәрҙе камиллаштырасаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4281 http://uldashfm.ru/news_id/4281 2012-02-13 Теш протезы өсөн компенсация
Башҡортостанда оло йәштәгеләр һәм күп балалы әсәләр хәҙер тештәре өсөн борсолмаясаҡ. Был категория граждандарҙы социаль яҡлау йүнәлешендәге хеҙмәттәргә тағы ла берәү өҫтәлде. Уларға теш протездары ҡуйҙырыу өсөн компенсация ҡаралған. Бындай ташлама 58 йәштән үткән ҡатындарға һәм 63-тән өлкәнерәк ирҙәргә, 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә ҡағыла. Сертификат хаҡы 7 мең ярым һум. Әгәр теш протезлау ҡиммәтерәк икән, быныһын улар үҙ кеҫәләренән түләйәсәк. Был турала Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Интернеттағы адресы: http://mintrudrb.ru/press/news/1481/
http://uldashfm.ru/news_id/4280 http://uldashfm.ru/news_id/4280 2012-02-13 Төпкөл ауылдарҙа газета-журналдар ваҡытында таратыламы?
Почта хеҙмәтендәге үҙгәрештәргә бәйле почта хеҙмәткәрҙәренең һаны ҡыҫҡартылды. Шул сәбәпле бер кеше, аралары 10-60 саҡрымға еткән биш-алты ауылды хеҙмәтләндерергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә, матбуғат баҫмалары ауыл халҡына һуңлап килә, йә иһә бөтөнләй юғала. Иглин районы үҙәгендә сыҡҡан «Иглин хәбәрҙәре» газетаһының тиражы 5 меңгә етә. Баҫманың баш мөхәррире Радик Таһиров, «Һәр ауылда почта хеҙмәткәрҙәренең булмауы баҫмаға яҙылыуҙы тотҡарлай», тип иҫәпләй.
http://uldashfm.ru/news_id/4279 http://uldashfm.ru/news_id/4279 2012-02-13 Халыҡ-ара күҙәтеүселәр- Өфөлә
4 мартта үтәсәк ил президентын һайлауҙар барышын сит ил күҙәтеүселәре лә ҡараясаҡ. Башҡортостанға Халыҡ-ара күҙәтеүселәр, Швециянан Ханс Биргер менән Литванан Людмила Блинова килде. Улар республикала 9 мартҡа тиклем буласаҡ. Халыҡ-ара ойошма вәкилдәрен айырыуса участкаларҙа веб-камералар, үтә күренмәле урналар ҡуйыу ҡыҙыҡһындыра. Улар менән осрашыу ваҡытында Республика парламенты спикеры Константин Толкачев бындай саралар төрлө мутлыҡтарға кәртә ҡуйыу өсөн башҡарылыуын белдерҙе.
http://uldashfm.ru/news_id/4278 http://uldashfm.ru/news_id/4278 2012-02-13 Уҡыу йорттарын оптималләштерәләр
Башҡортостанда үҙаллы ике юғары уҡыу йортоноң статустары үҙгәрә. Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы менән Зәйнәб Бишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетына ҡушыла. Йәғни, артабан был ике уҡыу йорто университеттың филиалдары буласаҡ. Рәсәйҙең фән һәм мәғариф министрлығы ошо турала бойороҡ сығарҙы. Уға ярашлы, үҙгәрештәр буйынса барлыҡ эштәр, документтарҙы тәртипкә килтереү бер йыл эсендә тамамланырға тейеш.
http://uldashfm.ru/news_id/4277 http://uldashfm.ru/news_id/4277 2012-02-13 Приют ҡасабаһында яңы йорт төҙөлөшөн веб-камералар күҙәтә.
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 28 ғинуарҙа газ баллоны шартлауы арҡаһында 16 фатирлы 2 ҡатлы йорт емерелде, кешеләр торлаҡһыҙ ҡалды. Төҙөлөш участкаһында веб-камералар Президент Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса урынлаштырылды. Йорт 1 майға тиклем сафҡа индерелергә тейеш, торлаҡһыҙ ҡалыусылар яңы фатирҙарҙы 1 июндә аласаҡ. Төҙөлөш барышын «Йәмәғәт электрон газетаһы»ның сайтында күҙәтергә мөмкин. http://i-gazeta.com/monitoring/priyutovo.php
http://uldashfm.ru/news_id/4265 http://uldashfm.ru/news_id/4265 2012-02-12 «Салауат Юлаев»ҡа- яңы гимн
Рәсәйҙең билдәле композиторы Игорь Зубков Өфө хоккей командаһына арналған йыр яҙған. Ул «Алға» тип атала. Йырҙы Өфөнән Светлана Атанғолова башҡара. Йыр «Салауат Юлаев»тың быға тиклемге гимны- «Барыһы ла мөмкин»дең («Невозможного нет!») һүҙҙәре һәм мәғәнәһе менән ауаздаш, тип белдерәләр яңы йырҙы тыңлаусылар. Уны Интернетта табырға мөмкин.
http://uldashfm.ru/news_id/4264 http://uldashfm.ru/news_id/4264 2012-02-12 Өфөнөң үҙ Арбаты барлыҡҡа киләсәк
Башҡала хакимиәтенең рәсми сайтында Һеҙ Өфөлә йәйәүлеләр өсөн урам булыуын теләйһегеҙме тигән фекер белешеү уҙғарыла. Сайтҡа инеп тауыш бирергә мөмкин. Адресы- http://ufacity.info/
Бөгөнгә беренсе урында Октябрь революцияһы урамы тора- 350 кеше уның өсөн тауыш биргән. Артабан Арбат тип күрергә теләүселәр Мостай Кәрим урамына өҫтөнлөк биргән. Өсөнсө урында Ленин урамы- Республика йортонан Коммунистик урамға тиклем өлөшө.
http://uldashfm.ru/news_id/4263 http://uldashfm.ru/news_id/4263 2012-02-12 Рәми рухы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына теүәл 80 йыл. Әҙип хөрмәтенә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия драма театры «Февраль.. Буран.. Шағир донъяһына сәйәхәт» тип аталған премьера әҙерләне. Спектакль Рәми Ғариповтың тормош юлы, уның ижадына арналған.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12-се февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә, 1977 йылда вафат була. Шағирҙың «Табыныу», «Аманат», «Алырмынҡош менән Бирмәмҡош» һәм башҡа күп һанлы шиғыр- пэмалары билдәле. Әҙипкә вафатынан һуң байтаҡ йылдар үткәс, 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Өфөлә ул үҙе уҡыған республика интернат- гимназияһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
http://uldashfm.ru/news_id/4262 http://uldashfm.ru/news_id/4262 2012-02-12 Муса Гәрәевтың 90 йыллығына әҙерлек башланды
Башҡортостан легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың 90 йыллыҡ юбилейын уҙғарырға әҙерләнә. Республика хөкүмәтенең ошо туралағы күрһәтмәһе бар. Юбилей саралары араһында тантаналы кисәләр, осоусының тормошона арналған күргәҙмәләр, ижади эштәр конкурсттары, спорт ярыштары, шулай уҡ Муса Гәрәевтың тыуған яғы- Илештә төҙөкләндереү эштәре бар.
Муса Гәрәев- Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Алтын йондоҙ менән наградлана.
http://uldashfm.ru/news_id/4261 http://uldashfm.ru/news_id/4261 2012-02-12 Мәктәптәрҙә психология дәресе индерелеүе ихтимал
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар артыуын белдергәйне. Ул Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарына яңы программалар әҙерләргә тәҡдим итте. Илдең баш психиатры Зураб Кекелидзе ла психология фәнен уҡытыу башланғысын күтәрҙе. Яңы фән 3-сө кластан 11-сегә тиклем алып барыласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4260 http://uldashfm.ru/news_id/4260 2012-02-11 Халыҡ фекере үҙгәрә
Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө ҡайтанан «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеү яҡлы. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен тикшереү үҙәге ошондай мәғлүмәттәр бирә. Үҙәк белгестәре билдәләүенсә, Рәсәйҙә йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙе ғәмәлдән сығарыуға бер йыл ғына ваҡыт үтһә лә, был ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр арта бара. Халыҡ фекере илдең 46 төбәгендә алынған.
http://uldashfm.ru/news_id/4259 http://uldashfm.ru/news_id/4259 2012-02-11 Мәғариф һәм фән министрлығында - «ҡыҙыу линия»
Мәғариф һәм фән министрлығында 2012 йылда ҡабул итеү кампанияһы буйынса «ҡыҙыу линия» ойошторола. Ведомствонан белдереүҙәренсә, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү буйынса һорауҙарға яуап алырға мөмкин. «Ҡыҙыу линия» 8 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Ял көндәренән башҡа, көн һайын, 8 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем, мәктәпкәсә, дөйөм һәм урта белем биреү һорауҙары менән - 237-98-41 һандарына, урта професисональ һәм юғары белем биреү буйынса - 236-20-15 номерына, һәм сит ил граждандарының Рәсәй уҡыу йорттарына ҡабул итеү мәсьәләләре буйынса – 237-83-92 телефонына шылтыратырға мөмкин. Мәскәүҙең коды 499.
http://uldashfm.ru/news_id/4258 http://uldashfm.ru/news_id/4258 2012-02-11 Өфөлә «Бүләктәр йәрминкәһе» үтәсәк
Йәрминкә 18 февралдә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында уҙғарыла. Бүләктәр аҡсаға һатылмай, ҡатнашыусылар үҙҙәренә кәрәкмәгән әйберҙәр алып килә һәм улар урынына алмашҡа кәрәклеһен һайлап ала. Ойоштороусылар белдереүенсә, «Бүләктәр йәрминкәһе»нең тәүгеһе ижад һәм сәнғәткә бағышлана. Сара 12 сәғәттән киске сәғәт етегә тиклем барасаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4257 http://uldashfm.ru/news_id/4257 2012-02-11 Мотоуҙышта көслөләр билдәләнә
Өфөлә боҙҙа мотоциклдарҙа уҙышыу буйынса Донъя чемпионатының финалы башланды. Ярыштар «Төҙөүсе» стадионында 2 көн барасаҡ. Финал алдынан, 41 мәрәй менән, беренсе урында Тольятиҙҙан Даниил Иванов килә. Өфө спортсыһы, 7 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников лидерҙан биш мәрәйгә ҡалыша. Тольяттиҙың тағы ла бер вәкиле Дмитрий Хомицевич 29 мәрәй менән - өсөнсө урында.
http://uldashfm.ru/news_id/4256 http://uldashfm.ru/news_id/4256 2012-02-11 Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡарырмы
Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Иван Шкловец Яңы йыл каникулдарын 7 ғинуар менән сикләп, ҡалған көндәрҙе майға күсерегә тәҡдим итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 көнлөк яңы йыл байрамдары 2005 йылда индерелде. Был яңылыҡ ата-әсәләргә ҡышҡы каникулдарҙы балалары менән бергә үткәреү мөмкинлеген тыуҙырыу ниәте менән аңлатылды.
http://uldashfm.ru/news_id/4255 http://uldashfm.ru/news_id/4255 2012-02-11 Президенттың Балаҡатайға эш сәфәре
Бөгөн президент Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Балаҡатай районында булды. Ямаш ауылында республика етәксеһе «Урал» хужалығы эшмәкәрлеге менән танышты. Уҙған йылдарҙан йыйылған бурыстар арҡаһында хужалыҡ ауыр финанс хәлдә. Кооперативтың 5 мең гектар гектар һөрөнтө ере, 300 һыйыры, 50-ләп йылҡыһы бар.
Ҡарлыхан ауылында президент «Карллес» предприятиеһында булды. Йәмғиәт ағас әҙерләү һәм эшкәртеүгә махсуслашҡан.
Рөстәм Хәмитов күмер әҙерләү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар Виктор Дреминдың предприятиеһына ла барҙы
Ул айына 150 тонна күмер яндырыу ҡеүәтенә эйә. Продукцияны «РусАл» заводына оҙаталар.
Түбәнге Исҡуш ауылындағы Киров исемендәге хужалыҡ «500 ферма» программаһында ҡатнашырға әҙерләнә. Был иһә хужалыҡҡа субсидия алып, ҡорамалдарын яңыртыу мөмкинлеге бирәсәк. Республика етәксеһе унда эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ә район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов ҡаҙанлыҡты ҡараны. Ҡоролма ныҡ таушалған, уға реконструкция талап ителә.
Артабан президент Балаҡатай районы хакимиәтендә кәңәшмә үткәрҙе. Унда районды социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
http://uldashfm.ru/news_id/4249 http://uldashfm.ru/news_id/4249 2012-02-10 Театр премьералары
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия драма театрында Рәми Ғариповты иҫкә алалар. «Февраль.. Буран.. Шағир донъяһына сәйәхәт» тип аталған тамаша әҙиптең тормош юлы, уның ижадына арналған. Спектакль сәхнәгә бер көндө ике тапҡыр сығарылды. Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары премьераның беренсе тамашасылары булды. Театр директоры Хөрмәт Үтәшев һүҙҙәренә ҡарағанда, был әҫәр артабан төп репертуарға индереләсәк.
Бынан тыш театр тағы бер премьера әҙерләгән. Драматург Татьяна Москвинаның «Әллә ҡатын, әллә ен?» спектакле комедия рәүешендә. Унда гүзәл заттарҙың изге әсә лә, тырыш эшсе лә, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға икәнлеге һүрәтләнә. Премьера 11 февралгә тәғәйенләнгән.
http://uldashfm.ru/news_id/4241 http://uldashfm.ru/news_id/4241 2012-02-10 Президент сәфәре
Президент Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Балаҡатай районында. Республика етәксеһе Ямаш ауылында урындағы «Урал» ауыл хужалығы предприятиеһы менән танышты, яҙғы сәсеүгә әҙерлек һәм мал ҡышлатыу торошо менән ҡыҙыҡһынды. Артабан «Карллес» ағас эшкәртеү ойошмаһын һәм Ишҡош ауылындағы ағас күмере етештереү предприятиеһын ҡараны. Артабан Республика президенты райондың иҡтисади һәм социаль хәленә арналған кәңәшмә уҙғарҙы.
http://uldashfm.ru/news_id/4248 http://uldashfm.ru/news_id/4248 2012-02-10 Авиация тармағында белгестәргә ҡытлыҡ
Граждандар авиацияһына юғары квалификациялы йәш белгестәр талап ителә. Ошо турала «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты етәкселеге белдерә. Бөгөнгә самолетта осоусылар ғына түгел, диспетчерҙар, инженерҙар, авиация-йыһан өлкәһендәге төрлө белгестәргә ихтыяж ҙур. Башҡортостандың был тармаҡты үҫтереүҙә мөмкинлектәре күп. Баш ҡала аэропорты йылдан-йыл үҙенең юғары иҡтисади күрһәткестәре менән ҡыуандыра. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра, сит илдәргә яңынан-яңы маршруттар асыла. «Өфө» Халыҡ-ара аэропортының йәмғәтселек менән бәйләнеш бүлеге баш белгесе Таһир Мөхәмәтшин сығарылыш класс уҡыусыларын граждандар авиацияһына бәйле һөнәр үҙләштерергә саҡыра.
http://uldashfm.ru/news_id/4247 http://uldashfm.ru/news_id/4247 2012-02-10 Алжир дуҫлыҡ тәҡдим итә
Алдағы аҙнала Өфөгә Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы тулы хоҡуҡлы илсеһе Смаил Шерги етәкселегендәге рәсми делегацияның килеүе көтөлә. 13 февралдә ҡунаҡтар Өфө нефть техник университеты етәкселеге, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге һәм республиканың нефть-газ сәнәғәте предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуы, заводтар эшмәкәрлеге менән танышыуы ҡаралған.
http://uldashfm.ru/news_id/4246 http://uldashfm.ru/news_id/4246 2012-02-10 Борайҙа олимпиадалар еңеүселәре тәбрикләнде
Башҡортостандан Рәсәй кимәлендәге фән олимпиадаларында ҡатнашыусылар, еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Һәләтле балаларҙы дәртләндереү һәм бүләкләү маҡсаты менән бөгөн Борай районы Мәҙәниәт йортонда уҡыу алдынғыларын тәбрикләү сараһы уҙғарылды. Унда төбәктең барлыҡ мәктәптәренән 300-ҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Район гимназияһының Туған телдәр буйынса директор урынбаҫары Сәриә Йыһангирова әйтеүенсә, белем усағында һәләтле балалар менән айырым эш алып барыла, уҡыусыларҙың ғилемгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланыла
http://uldashfm.ru/news_id/4245 http://uldashfm.ru/news_id/4245 2012-02-10 Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында яңы етәксе
Президент Рөстәм Хәмитов Указы менән Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп Андрей Иванюта тәғәйенләнде.
Андрей Иванюта 1966 йылда Өфөлә тыуған. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Өфө приборҙар эшләү заводында, артабан эске эштәр органдарында эшләй. 2008-2010 йылдарҙа «Башҡортостандың спорт саралары идаралығының» туризм бүлеген етәкләй.
2011 йылдан Башҡортостан президенты хакимиәтендә Милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу һәм Йәмәғәт институттары менән хеҙмәттәшлек буйынса бүлектең баш консультанты булып булып эшләй.
http://uldashfm.ru/news_id/4244 http://uldashfm.ru/news_id/4244 2012-02-10 «Китап менән уртаҡлаш»
Силәбе башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты «Китап менән уртаҡлаш» тип аталған акция иғлан итте. Уның маҡсаты – күрше төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә туған телдәге китаптар бүләк итеү. Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге китапхана фондында 52 меңгә яҡын башҡорт һәм татар телдәрендә китап иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә башҡорт телендә нәшер ителгән әҙәби әҫәрҙәргә һәм балалар китаптарына мохтажлыҡ кисерәбеҙ, ти китапхана мөдире Көнһылыу Әйүпова.
«Китап менән уртаҡлаш» акцияһында ҡатнашып, Силәбеләге ҡәрҙәштәребеҙгә башҡорт телендә китаптар тапшырырға теләүселәр тулыраҡ белешмәләр өсөн 276-32-28 телефонына шылтырата ала. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Ленин урамы 50-се йорт, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, 217-се йәки 213-сө бүлмәләргә китаптар тапшыра ала.
http://uldashfm.ru/news_id/4243 http://uldashfm.ru/news_id/4243 2012-02-10 Телевизион башнялар күпләп төҙөләсәк
«Цифрлы телевидение үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы Башҡортостанда 2015 йылға тиклем 500-ҙән ашыу телебашня төҙөләсәк. Был турала «Республика радио һәм телевидение тапшырыуҙар үҙәге» етәксеһе Юрий Матвеев белдерҙе. Төҙөләсәк обьекттар һанының сағыштармаса күп булыуы - Башҡортостан биләмәләренең ҙурлығы, рельеф үҙенсәлектәре менән аңлатыла. План буйынса цифрлы телевидение селтәре республика биләмәлеренең 98,8 процентын ҡаплаясаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4242 http://uldashfm.ru/news_id/4242 2012-02-10 Торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү талап ителә
Башҡортостанда уңайлы арзан торлаҡ төҙөлөшө һәйбәттән түгел. Был хаҡта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар өсөн социаль торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереүгә арналған кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министры Азамат Илембәтов белдерҙе. Шулай уҡ унда етем балалар өсөн торлаҡ мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленде. Республикала бындай балалар һаны 4 меңдән артып китә. Былтыр уларҙың 1 мең 300-ләбе торлаҡ алыу хоҡуғына эйә булған. 2011 йылда алты йөҙгә яҡын етемде фатирлы итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 370 миллион һум аҡса ҡаралған була. Бөгөн уларҙың 430 ғына торлаҡ менән тәьмин ителгән.
http://uldashfm.ru/news_id/4240 http://uldashfm.ru/news_id/4240 2012-02-10 Архитекторҙар күргәҙмәһе
Башҡортостандың «Архитекторҙар йортонда» «2011 йылдың иң яҡшы проекты» Республика архитектура күргәҙмәһе асылды. Унда профессиональ архитекторҙар һәм профилле уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Йәмғеһе 70 эш тәҡдим ителә.
Күргәҙмә сиктәрендә конкурс программаһы ла ҡаралған. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ март айында яһала.
http://uldashfm.ru/news_id/4239 http://uldashfm.ru/news_id/4239 2012-02-10 Һайлауҙар яҡынлаша
Дүртенсе март Рәсәй халҡы өсөн мөһим дата. Был көндө беҙ ил президентын һайлайбыҙ. Республикала ошо кампания менән бер рәттән муниципаль һайлауҙар ҙа ойошторола. Мәҫәлән, Өфөлә ҡала советының яңы депутаттар составы һайланасаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, берҙәм команда булып эшләгән йәмғиәттә генә төрлө иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе еңел буласаҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры, баш ҡаланың почетлы гражданины Рауил Бикбаев әйтеүенсә, депутат – маҡтаулы исем түгел, ә оло яуаплылыҡ, ҙур бурыс.
http://uldashfm.ru/news_id/4238 http://uldashfm.ru/news_id/4238 2012-02-10 Маҡсатлы йыл буйынса саралар башланды
Республикала иғлан ителгән «Имен баласаҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы» сиктәрендә тәүге рәсми сара үтте. Баймаҡта хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән, шулай уҡ ауыр сирҙәргә дусар булған сабыйҙар өсөн мәрхәмәтлек кисәһе ойошторолдо. Хәйриә сараһы мәлендә инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү юлдары өйрәнелде.
http://uldashfm.ru/news_id/4237 http://uldashfm.ru/news_id/4237 2012-02-10 Урман тармағынан федераль ҡаҙнаға табыш
Башҡортостан урмандарын файҙаланыуҙан Рәсәй бюджетына 231 миллион 800 мең һум аҡса ингән. Республика урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шуның 104 миллионы - урындағы, 127 миллион 700 меңе - федераль ҡаҙнаға йүнәлтелгән. Урмандарҙы файҙаланыуҙан алынған килем планы 17,1 процентҡа арттырып үтәлгән. Дөйөм алғанда, илдең урман тармағы 21 миллиард 600 мең һум табыш алған.
http://uldashfm.ru/news_id/4236 http://uldashfm.ru/news_id/4236 2012-02-10 «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды
Республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән 60 ҡатын-ҡыҙ Премьер-министр урынбаҫары Фидүс Ямалетдинов ҡулынан награда алды. Вице-премьер белдереүенсә, «Имен бала-саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы»нда республика яғынан ғаиләләргә артабан да ҙүр ярҙам күрһәтеләсәк.
Байрамға килгән әсәләр республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, шулай уҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Фидүс Әғләм улы хөкүмәт яғынан һәр яҡлап ярҙам буласағын вәғәҙәләне. Балаларыбыҙ, тормош иптәшебеҙ, туғандарыбыҙ менән бәхетлебеҙ, улар беҙгә оло терәк, тине әсәләр.
http://uldashfm.ru/news_id/4231 http://uldashfm.ru/news_id/4231 2012-02-09 «Китап менән уртаҡлаш» акцияһы башланды
Силәбе башҡорттары туған телдәге китаптарға мохтаж. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты «Китап менән уртаҡлаш» тигән акция иғлан итә. Сара халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап ойошторола һәм 19 февралгә тиклем барасаҡ. Силәбе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина әйтеүенсә, төбәк киатпханалары башҡорт телендә баҫылған фәнни, әҙәби китаптарға һәм уҡыу әсбаптарына ҡытлыҡ кисерә. Бынан тыш, балалар өсөн яҙылған китаптарға ла ихтыяж ҙур. Акцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла хупланы. Башҡортостанда күрше төбәк өсөн китап-журналдар йыйыу .башлана. Улар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, 217-се йәки 213-сө бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Акцияла ҡатнашып, Силәбеләге ҡәрҙәштәребеҙгә башҡорт телендә китаптар тапшырырға теләүселәр тулыраҡ белешмәләр өсөн 276-32-28 телефонына шылтырата ала.
http://uldashfm.ru/news_id/4230 http://uldashfm.ru/news_id/4230 2012-02-09 Күмертау ғаиләләре өй туйлай
Торлаҡ коммуналь хужалығын ҡайтанан ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан хәбәр итеүҙәренсә, Күмертау ҡалаһында авариялы торлаҡтарҙа йәшәүсе 63 ғаилә яңы ике йортта фатир асҡыстары алған. Әлеге фонд ҡатнашлығында төбәк адреслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ менән тәьмин итеүҙә әлеге сара тәүгеһе булып тора. Күсенеүселәр ҡаланың иң яҡшы районында бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙарҙа йәшәйәсәк. Әлеге биш ҡатлы ике йорт 9 ай эсендә төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Программа өсөн 92 миллион һум йүнәлтелгән. Быйыл иһә авариялы йорттарҙа йәшәүселәргә Күмертауҙа тағы ла 40 фатир бүлеү ҡаралған.
http://uldashfm.ru/news_id/4229 http://uldashfm.ru/news_id/4229 2012-02-09 Башҡортостанда- халыҡ-ара вәкилдәр
Башҡортостанға 4 марттағы һайлауҙар алдынан тәүге халыҡ-ара вәкилдәр килде. Кеше хоҡуҡтарын һәм демократия принциптарын яҡлаусы Европа хеҙмәттәшлек һәм хәүефһеҙлек ойошмаһынан ил етәксеһе һайлауҙарында бөтәһе 600-ләгән вәкил булла, шуларҙың унауһы -Башҡортостанда эшләйәсәк. Әле Швециянан Ханс Биргер Нарескок һәм Литванан Людмила Блинова килде. Делегация бер ай дауамында һайлауҙарға әҙерлек һәм һайлау барышын күҙәтәсәк. Сит ил делегацияһы декабрь айында Дәүләт Думаһына һайлауҙар барышында ла уңышлы эшләне, киләһе кампания ла юғары кимәлдә ойоштороласаҡ, ти республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
http://uldashfm.ru/news_id/4228 http://uldashfm.ru/news_id/4228 2012-02-09 Рөстәм Хәмитов Волга буйы Федераль округының Совет ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле янындағы эшсе төркөм Советының тәүге ултырышында ҡатнашты. Сара видеоконференция режимында барҙы һәм модернизация шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәрендә агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләһенә арналды. Видео кәңәшмә барышында Рәсәй президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Галина Изотова бөгөнгә Совет ултырышына материалдар әҙерләү буйынса эшсе төркөмдөң составы билдәләнде һәм уның етәксеһе итеп Башҡортосан етәксеһе осраҡлы һайланылманы, тип бедерҙе. Башҡортостандың Рәсәйҙә иң эре ауыл хужалығы продукцияһы етештерүсе булыуын, төбәктә әүҙем һәм уңышлы аграр сәйәсәт алып барылыуын билдәләне.
http://uldashfm.ru/news_id/4227 http://uldashfm.ru/news_id/4227 2012-02-09 Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәйҙә Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре бөгөн байрамдарын билдәләй. Ошоға арнап, республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты, Өфө халыҡ-ара авиакомпания, диспетчер хеҙмәте вәкилдәре матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осраша. Унда авиация тарихы, Башҡортостанда һауа транспортының үҫеш перспективалары хаҡында һүҙ барасаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4225 http://uldashfm.ru/news_id/4225 2012-02-09 Вакансиялар йәрминкәһе үтә
Бөгөн Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиелары ҡатнашлығында сираттағы вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Сараны баш ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойоштора. Быйыл быға тиклем үткән өс йәрминкәгә 2 мең 400 эш эҙләүсе килгән. Унда 74 ойошма меңгә яҡын эш урыны тәҡдим иткән.
http://uldashfm.ru/news_id/4224 http://uldashfm.ru/news_id/4224 2012-02-09 ВУЗдар үҙ ишектәрен аса
Республиканың Юғары уҡыу йорттарында Асыҡ ишектәр көнө башланды. Февраль айында абитуриенттарға үҙҙәре һайлаған ВУЗдарға барып, факультеттар тураһында мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Асыҡ ишектәр көнөн тәүгеләрҙән булып Өфө дәүләт нефть-техник һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеттары уҙғарҙы. 11 февралдә - Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты менән 18 февралдә танышырға мөмкин буласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4223 http://uldashfm.ru/news_id/4223 2012-02-09 Йәш ғалимдар Башҡортостан гранттарына лайыҡ булды
Хөкүмәт йортонда йәш ғалимдарҙы һәм ғилми коллективтарҙы дипломдар менән бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостан гранттарына 44 йәш фән хеҙмәткәре лайыҡ булды. Күпселек ғилми-тикшеренеү эштәр инновацион йүнәлештә башҡарылған. Йәш ғалимдар химия, биология, иҡтисад, медицина, экология өлкәләрендә яңы алымдар менән уңышлы эш иткән. Республика күрһәткән матди ярҙам ғилми проекттарҙы киләсәктә тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк, тип ышана йәш белгестәр.
http://uldashfm.ru/news_id/4216 http://uldashfm.ru/news_id/4216 2012-02-08 Торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә
Башҡортостанда авария хәлендәге 45 йортта йәшәүселәр яңы торлаҡ аласаҡ. Торлаҡ–коммуналь хужалыҡ министрлығы һүтелергә тейешле йорттарҙың исемлеген билдәләне. Өфө ҡалаһында – 19, Октябрьскийҙа – 7, Туймазыла иҫкергән 6 йортта йәшәүселәр яңы фатир аласаҡ. Исемлеккә Сибай һәм Мәләүез ҡалаларындағы обьекттар ҙа ингән. Республика Адреслы программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн быйыл 462 миллион 79 мең һум аҡса бүленгән.
http://uldashfm.ru/news_id/4218 http://uldashfm.ru/news_id/4218 2012-02-08 Мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләүсе аталарға дәүләт ярҙамы
Мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләүсе ғаиләләр дәүләт яғынан яҡлау табасаҡ. Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль сәйәсәт комитеты депутаттары ошондай закон проекты өҫтөндә эш алып бара. Уның буйынса, эш биреүсе ғәрип бала тәрбиәләгән ата кешене хеҙмәт урынынан сығарыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Ошондай закон ҡайһы бер ғаиләләргә берҙән-бер матди сығанаҡһыҙ ҡалмаҫҡа булышлыҡ итәсәк, тип белдерә парламентарийҙар.
http://uldashfm.ru/news_id/4217 http://uldashfm.ru/news_id/4217 2012-02-08 Социаль йүнәлешле ойошмалар араһында субсидиялар алыуға конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығы иғлан иткән социаль йүнәлешле ойошмалар араһында субсидиялар алыуға конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Субсидиялар федераль ҡаҙнанан социаль йүнәлешле программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса иҫәбенә биреләсәк. Уҙған йыл Башҡортостан Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурста еңеү яулағайны. Республикаға 23 миллион 774 мең һум аҡса бүленде. Хәҙер Башҡортостан ойошмалары араһында конкурс үткәрелә. Уңышлы проекттар тәҡдим итеүселәр субсидия аласаҡ.
http://uldashfm.ru/news_id/4215 http://uldashfm.ru/news_id/4215 2012-02-08 Республикала урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта
Быйыл Башҡортостанда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртасаҡ 14 мең ярым һумға етәсәк. Әле был тармаҡта 3 мең 500 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, уҙған йылда уртаса эш хаҡы 13 мең 434 һумға еткән. Был 2010 йылдағынан 15 процентҡа күберәк. 2013 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең айлыҡ килемен - 16 мең 700, 2014 йылда 19 мең 200 һумға еткәреү күҙаллана.
http://uldashfm.ru/news_id/4214 http://uldashfm.ru/news_id/4214 2012-02-08 Суд приставтары эшенә баһа һәм тәҡдимдәр кенәгәһе булдырылды
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының барлыҡ бүлексәләрендә лә суд приставтары эшенә баһа һәм тәҡдимдәр кенәгәһе булдырыла. Был – граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында эшләнә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кенәгәлә суд приставтары эштәрендәге етешһеҙлектәр тураһында мәғлүмәтттәр ҡалдырырға мөмкин.
http://uldashfm.ru/news_id/4213 http://uldashfm.ru/news_id/4213 2012-02-08 Сочи Олимпиадаһына волонтерҙар һайлап алыу старт алды
Сочиҙа уҙасаҡ Олимпиада уйындарына волонтерҙар һайлап алыу башланды. Республикала уны Башҡорт Дәүләт медицина университетының «Волонтерҙар үҙәге» ағзалары ойоштора. Спорт сараһы айҡанлы, ипотерапия үҙәгендә юғары уҡыу йорто студенттары баш ҡаланың 28-се мөмкинлектәре сикләнгән интернат-мәктәбе уҡыусылары өсөн «Биш ҡитға» тип аталған байрам программаһы тәҡдим итте. Уның барышында балалар санғы, санала шыуҙылар, һыбай йөрөнөләр, төрлө спорт һәм күңел асыу сараларында ҡатнаштылар.
http://uldashfm.ru/news_id/4212 http://uldashfm.ru/news_id/4212 2012-02-08