251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Республика халҡы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенә йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған

Башҡортостан халҡы Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Республика идаралығына йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Уҙған йылда ведомство 6 мең 816 кешенән ғариза ҡабул иткән. Был 2010 йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Халыҡты күберәген торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, иҡтисад, элемтә, туристик өлкәлә хеҙмәтләндереүҙең сифаты борсой. Ә туҡланыуҙы ойоштороу һәм аҙыҡ-түлектең сифатына бәйле ялыуҙар, киреһенсә, кәмегән.