Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.
Яңылыҡтар
Һауа торошо (Өфө)
22..24°C
Юлдаш акциялары
Бөгөн – халыҡ-ара туған тел көнө. ЮНЕСКО 21 февралде сағыштырмаса яңыраҡ, 1999 йылда, ошолай тип иғлан иткән икән. Һәм был, минеңсә, - бик шәп! Шәп, сөнки – туған телгә иғтибар итеү өсөн өҫтәмә бер нигеҙ, сәбәп һәм, хәбәрселәр теле менән әйткәндә - «мәғлүмәти һылтау». Иғтибарҙың йылына бер көндә генә түгел, ә һәр көн, сәғәт, минут һайын булыуын теләр инем, әлбиттә, шулай ҙа быныһы булғас та ярағандыр. Ошо урында телде һаҡлауҙа, яҡлауҙа дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының, халыҡ-ара институттарҙың эше генә әҙ, быны һәр кемебеҙ үҙ кимәлебеҙҙә, хәлебеҙҙән килгәнсә дәрәжәлә, башҡарырға тейешбеҙ тигән аксиоманы әйтергә кәрәктер. Әммә әйтеп тормайыҡ – былай ҙа билдәле. Һәр кемебеҙ, үҙен теле өсөн ҡаты яуаплы тоторға тейеш тип кенә өҫтәйек. Тотһон шул: хатта һөнәрҙәре телгә бәйле булмаған замандаштарыбыҙ ҙа шулай итһен. Хәйер, кем булып ҡына эшләһәң дә, телһеҙ әллә ни эш ҡырып булмай бит.
Ошо айҡанлы бөгөн кис «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда күркәм кисә буласағы белдерелде, быны ла тик маҡтарға мөмкиндер. Киң мәғлүмәт сараларында, үҙем күреп өлгөргәндәрҙән - «Башҡортостан» менән «Йәшлек»тә, мәсьәләгә байтаҡ мәҡәлә арналған. Сибай ҡалаһынан килгән хатта яҙылған күренеш күптәрҙең күңелен әрнеткәндер. Рәмилә исемле һатыусының, башҡортса өндәшкәндәрен яратмайынса, хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡаны хаҡында ул. Һәм ҡайҙа – Сибайҙа! Был нимә? Минеңсә - түбәнлекте күрһәтеүсе яһалма «юғарылыҡ».
Тел мәсьәләһен беҙ «Даирә» программаһында күтәрҙек тә инде – эфирға сығыу көнө 21-нә тура килмәү сәбәпле, быны алдараҡ, 18-ендә, атҡарҙыҡ. Тура эфирға телсе-ғалим Вәкил ағай Хажин килде, ә әңгәмәне «Башҡорт теленең һүҙ һәм йыр сәнғәтендә бөгөнгө ҡулланылыуы: ыңғай һәм кире миҫалдар» тип атаныҡ. Тапшырыуҙың яҙма варианты ошонда, сайтта, бар, теләгәндәр инеп тыңлай ала, шуға күрә уның тотош йөкмәткеһен хәҙер һөйләп тормайым, дөйөм мәғлүмәт кенә биреп үтәм.
Әңгәмәнең башында уҡ «педагогия» һәм «педагогика» төшөнсәләре буйынса бәләкәй генә бәхәс булып алды. Хөрмәтле ҡунағыбыҙ үҙен педагогия түгел, ә педагогика фәндәре кандидаты тип таныштырыуыбыҙҙы үтенде, сөнки, уның фекеренсә, тәүге вариант һүҙлектәрҙә юҡ. Беҙ быны, Интернеттағы эҙләү системаларына, һылтанып, йомшаҡ ҡына итеп, инҡар итергә тырыштыҡ. Бәхәс тигәс тә, ул әллә ни тәрәнгә китмәне, дипломатик юлды һайланыҡ һәм мәсьәләне сисеүҙе илгә ҡалдырҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, туғандар, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, ошо блогты, ошо майҙансыҡты нисектер хәҡиҡәтте асыҡлау өсөн файҙаланайыҡ.
Ә тапшырыуҙа һүҙ интонацияның дөрөҫ булырға тейешлеге тураһнда барҙы, икенсе телдәргә оҡшарға тырышыу кәрәкмәгәнлеге белдерелде. Баҫым мәсьәләһенә ныҡ ҡына туҡталынды. Мәҫәлән, «ҡарамаҫтан» һүҙендә баҫымдың мотлаҡ һуңғы ижеккә төшөргә тейешлеген белдерҙе ғалим, юғиһә икенсе ижеккә ҡуйыу күренеше йыш. Быны, бәлки, һүҙгә нисектер экспрессия, ҡеүәт өҫтәргә теләүгә бәйләп булалыр – кеше әлегене әйткәндә нәфрәт белдерергә лә мөмкиндер ҙә, шулай ҙа мин үҙем һуңғы ижек яҡлымын, телмәремдә шулай итәм дә.
Яҙма телдең тере телмәргә зыяны тураһында лә һүҙ булды һәм дөрөҫ тә булды - өндәр менән түгел, ә хәрефтәр менән һөйләү күренеше бар бит, хәрефтең өндө ҡағыҙҙамы, дисплейҙамы нисектер белдерә торған шартлы билдә генә икәнлеге онотола.
Айырым иғтибар башҡорт теленең ҡала мәктәбендә уҡытылыуына бирелде, артыҡ ҡатмарлылыҡ тәнҡитләнде, теорияның баҫып алыуы хата икәнлеге белдерелде.
Телде байытыу кәрәк һәм бында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дә әһәмиәте ҙур, әммә, рус йәки инглиз теленән ҡасам тип, ғәрәп, фарсы варианттарына күсеүҙән дә фәтеүә әҙҙер. Ошоно ла әйттек.
Әңгәмәнең бер өлөшө телдең йыр сәнғәтендәге ҡулланылыуына арналды, ундағы хаталарға, айырыуса бүтән телдәрҙән тәржемә яһағандағы тура килмәүҙәргә, миҫалдар килтерелде. Һығымта шул булды: йырҙар йыш яңғырай, тимәк, хаталар ҙа һәм йырҙа көй генә мөһим түгел, һүҙҙәр ҙә.
Былары – 18 февралдәге тапшырыу буйынса. Ә ғөмүмән беҙҙең радионың теле һаман камиллаша бара, быға үҙегеҙ ҙә шаһитһығыҙ. Һәм ошо камиллашыуҙа шул иҫәптән ғалимдарҙың, ябай замандаштарыбыҙҙың да, теләктәре, төҙәтеп ебәреүҙәре лә ярҙам итә. Үҙендә тел тойғоһо булған кеше, минеңсә, дөрөҫ юлға тиҙ төшә. Бөтә теләк-тәҡдимдәр менән килешә лә алмайбыҙ, әлбиттә ( мәҫәлән, йырҙы, ҙурҙан алғанда, күстәнәс тип әйтеп булалыр ул барыбер ҙә, бүләк мәғәнәһендә бит, йәнә лә һүҙҙең образлылығы тигән бөйөк нәмә лә бар ҙа баһа ), шулай ҙа бының өсөн ҙур рәхмәт. Әйтелә бирелгәйне лә инде – фекерҙәрегеҙҙе ошонда яҙығыҙ, күмәкләп тикшерербеҙ.
Комментарии
Хор-р-ошая тема! Дорогие журналисты, читайте Хадию Давлетшину! Какой у нее сочный язык! И учите башкирсую грамматику! Ведь нельзя говорить " 8 Март - катын-кыззарыбыз конэ", " ир-аттарыбыз ..." h.б. " катын, " ир "-- в единственном числе. А " катын-кыз, " ир-ат " --- во множественном ! Поэтому "-зар", "-тар " добавлять не нужно!
Ой , извините ,хотел написать " поклонник", а написал "кумир ". Вернее -- Вы - мой кумир. А-й-й , Б-а-а-ш , эшлэмэй китэ кай сак.
hаумы , замандаш! Йэ , эйт эле, "тырыш коллегаларым бихисап " (йэки - куп) , "hэнэрзэрем (по-русски: специальностей) байтак ", " кунекмэлэр (упражнения) уткэрэ" тигэндэ ниндэй хата бар? Такое впечатление, Ччто ведущие радио и телевидения -- школьные двоечники (икеле токсайзары), плохо знают язык .Почему я написал "ниндэй хата бар? " Почему не "хаталар"? С приветом , Арыслан корзаш - ваш кумир.
О , хорошая тема! (Извините, у меня нет баш.шрифта )Вот вам слова и словосочетания: Башинформ мэглyмэттэре буйынса , бихисап илдэр , бала-сагалар , кэрэк-ярактар,мэмкинселек бар , мэмкинлек юк , Казагстан хэкумэт правительствоhы,белэhe kuлэ, курэhе килэ, йыр бэйгеhе була, заман елдэре килеп етте , эсирэ ( пленная ),гэзиткэ подписка бара. Все это из выступлений ведущих радио и тв. Найдите ошибки ! Потом поговорим.Второе :Спасибо вам за содержательные радиопередачи, за " Арыслан " и прекрасные книги ! С уважением , Илдан агай.
Комментарий өҫтәргә
(128 КБит/с)
Юлдаш 105.5 FM










