Ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: (347) 273-28-29.
Яңылыҡтар
Һауа торошо (Өфө)
22..24°C
Юлдаш акциялары
Үткән «Даирә»лә ҡунаҡ рәүешендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнашты. Тап ошо мәлдә, тап уны саҡырыу, минеңсә, дөрөҫ ине, был турала эфирҙа ла әйтелде. Дөрөҫ, сөнки эфир көнөндә лә, бөгөн дә - ил парламентының бер саҡырылышы тамамланып, икенсеһе эшкә тотонмаған осор һәм был яҡлап мәғлүмәт күберәк кәрәк булды, әле лә кәрәк. Юғиһә һайлауға әллә ҡасандан әҙерләнә башланыҡ, уны, әҙерлек сараларын, этап-этаплап үткәрҙек, 4 декабрь көндө тауыш биреү барышын минутлап тигәндәй күрһәтә килдек ( шәхсән үҙем Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгенән репортаждар алып барҙым ), һәм, шунан һуң, ниндәйҙер бер бушлыҡ барлыҡҡа килде. Илдең төрлө ҡалаларында, бер яҡлап еңеү, икенсе яҡлап еңелеү митингылары уҙҙы, уҙырҙары көтөлә лә, әлбиттә, әммә әле әйтергә теләгәнем - был түгел. Дәүләт Думаһының яңы саҡырылышының тиҙерәк эш башлауы кәрәк ине һәм кәрәк тә, бушлыҡты ана шул тултырырға тейеш. Яңы депутаттарҙың тәүге ойоштороу ултырышына иртәгәнән һуң, 21 декабрҙә, йыйылырҙарын күптән беләбеҙ ҙә инде, шунда үҙҙәренә рәйес тә һайларҙар, был вазифаға ҡайһы бер фамилиялар ныҡ ышаныслы атала ла. Шулай ҙа… Шулай ҙа, бына, Иршат Юнир улын тура эфирҙа барыр әңгәмәгә саҡырҙыҡ, ул, таңға ғына Мәскәүҙән килеп төшөүенә ҡарамаҫтан, тамсы ла инәлтмәйенсә, килеп тә етте һәм ошо беҙ әйткән «бушлыҡ»тың нимәнән ғибарәт икәнлеген аңлатып бирҙе. Ләкин әле мин уның яуаптарын бында тулыһынса теҙеп яҙыу яғында түгелмен, теләгәндәр, ана, тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең сайтта тыңлай ала. Мин бүтән нәмәгә диҡҡәт ҡылмаҡсымын. Ул – Рәсәй Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһы депутатының эфирҙа асыҡ булыуы һәм, шул асыҡлығының ысын дәрәжәлә ихлас икәнлеген сағыу раҫлап, үҙенең кеҫә ( ! ) телефоны номерын иғлан ҡылыуы. Тапшырыу бөтөү менән ул бер-береһен этәреп тигәндәй яңғыраған шылтыратыуҙарға яуап бирергә тотондо ла. Тәбиғи: әҙәм балалары уны сираттағы, алтынсы саҡырылыш та, депутаты булыуы менән ҡотламай ине, уларға көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам кәрәк.
Ни өсөн быға, кеҫә телефоны һандарының аталыуына, иғтибар иттем һәм билдәле бер дәрәжәлә быны маҡтап яҙам? Сөнки ул – һирәк күренеш, өлгө алырлыҡ та күренеш шикелле.
Комментарий өҫтәргә
(128 КБит/с)
Юлдаш 105.5 FM










