251-76-31, 246-31-15 (тура эфир)
4345 (хәбәр алдынан «Студия» тип яҙырға)

Рәсүл Сәғитов көндәлеге

ЯҺАЛМА «ЮҒАРЫЛЫҠ» БУЛМАҺЫН

  Бөгөн – халыҡ-ара туған тел көнө. ЮНЕСКО 21 февралде сағыштырмаса яңыраҡ, 1999 йылда, ошолай тип иғлан иткән икән. Һәм был, минеңсә, - бик шәп! Шәп, сөнки – туған телгә иғтибар итеү өсөн өҫтәмә бер нигеҙ, сәбәп һәм, хәбәрселәр теле менән әйткәндә - «мәғлүмәти һылтау». Иғтибарҙың йылына бер көндә генә түгел, ә һәр көн, сәғәт, минут һайын булыуын теләр инем, әлбиттә, шулай ҙа быныһы булғас та ярағандыр. Ошо урында телде һаҡлауҙа, яҡлауҙа дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының, халыҡ-ара институттарҙың эше генә әҙ, быны һәр кемебеҙ үҙ кимәлебеҙҙә, хәлебеҙҙән килгәнсә дәрәжәлә, башҡарырға тейешбеҙ тигән аксиоманы әйтергә кәрәктер. Әммә әйтеп тормайыҡ – былай ҙа билдәле. Һәр кемебеҙ, үҙен теле өсөн ҡаты яуаплы тоторға тейеш тип кенә өҫтәйек. Тотһон шул: хатта һөнәрҙәре телгә бәйле булмаған замандаштарыбыҙ ҙа шулай итһен. Хәйер, кем булып ҡына эшләһәң дә, телһеҙ әллә ни эш ҡырып булмай бит.

  Ошо айҡанлы бөгөн кис «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда күркәм кисә буласағы белдерелде, быны ла тик маҡтарға мөмкиндер. Киң мәғлүмәт сараларында, үҙем күреп өлгөргәндәрҙән - «Башҡортостан» менән «Йәшлек»тә, мәсьәләгә байтаҡ мәҡәлә арналған. Сибай ҡалаһынан килгән хатта яҙылған күренеш күптәрҙең күңелен әрнеткәндер. Рәмилә исемле һатыусының, башҡортса өндәшкәндәрен яратмайынса, хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡаны хаҡында ул. Һәм  ҡайҙа – Сибайҙа!  Был нимә? Минеңсә - түбәнлекте күрһәтеүсе яһалма «юғарылыҡ».

  Тел мәсьәләһен беҙ «Даирә» программаһында күтәрҙек тә инде – эфирға сығыу көнө 21-нә тура килмәү сәбәпле, быны алдараҡ, 18-ендә, атҡарҙыҡ. Тура эфирға телсе-ғалим Вәкил ағай Хажин килде, ә әңгәмәне «Башҡорт теленең һүҙ һәм йыр сәнғәтендә бөгөнгө ҡулланылыуы: ыңғай һәм кире миҫалдар» тип атаныҡ.  Тапшырыуҙың яҙма варианты ошонда, сайтта, бар, теләгәндәр инеп тыңлай ала, шуға күрә уның тотош йөкмәткеһен хәҙер һөйләп тормайым, дөйөм мәғлүмәт кенә биреп үтәм.

  Әңгәмәнең башында уҡ «педагогия» һәм «педагогика» төшөнсәләре буйынса бәләкәй генә бәхәс булып алды. Хөрмәтле ҡунағыбыҙ үҙен педагогия түгел, ә педагогика фәндәре кандидаты тип таныштырыуыбыҙҙы үтенде, сөнки, уның фекеренсә, тәүге вариант һүҙлектәрҙә юҡ. Беҙ быны, Интернеттағы эҙләү системаларына, һылтанып, йомшаҡ ҡына итеп, инҡар итергә тырыштыҡ. Бәхәс тигәс тә, ул әллә ни тәрәнгә китмәне, дипломатик юлды һайланыҡ һәм мәсьәләне сисеүҙе илгә ҡалдырҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, туғандар, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, ошо блогты, ошо майҙансыҡты нисектер хәҡиҡәтте асыҡлау өсөн файҙаланайыҡ.

  Ә тапшырыуҙа һүҙ интонацияның дөрөҫ булырға тейешлеге тураһнда барҙы, икенсе телдәргә оҡшарға тырышыу кәрәкмәгәнлеге белдерелде. Баҫым мәсьәләһенә ныҡ ҡына туҡталынды. Мәҫәлән, «ҡарамаҫтан» һүҙендә баҫымдың мотлаҡ һуңғы ижеккә төшөргә тейешлеген белдерҙе ғалим, юғиһә икенсе ижеккә ҡуйыу күренеше йыш. Быны, бәлки, һүҙгә нисектер экспрессия, ҡеүәт өҫтәргә теләүгә бәйләп булалыр – кеше әлегене әйткәндә нәфрәт белдерергә лә мөмкиндер ҙә, шулай ҙа мин үҙем һуңғы ижек яҡлымын, телмәремдә шулай итәм дә.

  Яҙма телдең тере телмәргә зыяны тураһында лә һүҙ булды һәм дөрөҫ тә булды - өндәр менән түгел, ә хәрефтәр менән һөйләү күренеше бар бит, хәрефтең өндө ҡағыҙҙамы, дисплейҙамы нисектер белдерә торған шартлы билдә генә икәнлеге онотола.

  Айырым иғтибар башҡорт теленең ҡала мәктәбендә уҡытылыуына бирелде, артыҡ ҡатмарлылыҡ тәнҡитләнде, теорияның баҫып алыуы хата икәнлеге белдерелде.

  Телде байытыу кәрәк һәм бында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дә әһәмиәте ҙур, әммә, рус йәки инглиз теленән ҡасам тип, ғәрәп, фарсы варианттарына күсеүҙән дә фәтеүә әҙҙер. Ошоно ла әйттек.

  Әңгәмәнең бер өлөшө телдең йыр сәнғәтендәге ҡулланылыуына арналды, ундағы хаталарға, айырыуса бүтән телдәрҙән тәржемә яһағандағы тура килмәүҙәргә, миҫалдар килтерелде. Һығымта шул булды: йырҙар йыш яңғырай, тимәк, хаталар ҙа һәм йырҙа көй генә мөһим түгел, һүҙҙәр ҙә.

  Былары – 18 февралдәге тапшырыу буйынса. Ә ғөмүмән беҙҙең радионың теле һаман камиллаша бара, быға үҙегеҙ ҙә шаһитһығыҙ. Һәм ошо камиллашыуҙа шул иҫәптән ғалимдарҙың, ябай замандаштарыбыҙҙың да, теләктәре, төҙәтеп ебәреүҙәре лә ярҙам итә. Үҙендә тел тойғоһо булған кеше, минеңсә, дөрөҫ юлға тиҙ төшә. Бөтә теләк-тәҡдимдәр менән килешә лә алмайбыҙ, әлбиттә ( мәҫәлән, йырҙы, ҙурҙан алғанда, күстәнәс тип әйтеп булалыр ул барыбер ҙә, бүләк мәғәнәһендә бит, йәнә лә һүҙҙең образлылығы  тигән бөйөк нәмә лә бар ҙа баһа ), шулай ҙа бының өсөн ҙур рәхмәт. Әйтелә бирелгәйне лә инде – фекерҙәрегеҙҙе ошонда яҙығыҙ, күмәкләп тикшерербеҙ.

МӨМКИН

Ил - сираттағы һайлау алдында. Киң мәғлүмәт саралары хәҙер тик ошо хаҡта ғына һөйләй, күрһәтә, яҙамы? Уныһы бар. Бәлки тик ошо турала ғына түгелдер, ә шулай ҙа ғәҙәттәгенән күберәк инде. Ләкин быға түҙеп һәм, хатта, ыңғай ҡарарға кәрәктер. Ниңә? Беренсенән, әллә ни күп тә түгелдер, илдә ике һайлауҙың бер-бер артлы килеүе күренеште сағыулата ғыналыр. Икенсенән, донъяның башҡа илдәрендә лә шулай бит. Америка Ҡушма Штаттарында президент һайлауы ана нисек оҙаҡ арауыҡта бара. Оҙаҡ арауыҡта, сөнки һайлау, беҙҙәге ише, граждандарҙың туранан-тура ҡатнашлығында, бер көн эсендә генә башҡарылмай. Уларҙа бит – бик ҡатмарлы һайлау системаһы.

  Йәмғиәттә, һәр хәлдә уның бер өлөшөндә, һайлауҙарға, йәшермәйек, өҫтән ҡарау ҙа йәшәп килә. Өҫтән ҡаралғанда уның, ысын һайлауҙың, ғәмәлдә булмағанына, ишара яһала. Шуның менән бергә был – ул, һайлау, бөтөнләй булмағанға ҡарағанда яҡшыраҡтыр бит.

  Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Миҙалды әйләндереп ҡараһаҡ – һайлауҙарҙың илдәгеме, айырым төбәктәгеме, ижтимағи-сәйәси тормошто йәнләндереп ебәреүелер. Йәнләндереп ебәреүе һәм вәғәҙәләр биреүҙәр. Кандидаттар беҙҙә генә түгел, тотош донъяла ла һайлаусылар алдында шулай вәғәҙәләр бирә бит – дөрөҫ, ҡайҙалыр улар тормошҡа ашырлыҡ, ҡайҙалыр, көлкө генә тыуҙыра. Шулай ҙа вәғәҙәләр кәрәктер – алға ҡуйылғандың, ә былар – ыңғай нәмәләр бит инде, - өлөшләтә булһа ла тормошҡа ла ашыуы ла мөмкин дәһә…

КӘРӘК

  2012 йыл илдә Рәсәй тарихы тип иғлан ителде һәм был – яҡшы  тигән фекерҙәмен. Кисәге менән йәшәргә кәрәкмәй, үткән эшкә - салауат тиҙәр, уныһы бар, бөгөнгө менән тын алыу хаҡ тип раҫлайҙар, ә иң дөрөҫө - ҡараштарҙы киләсәккә ташлап донъя көтөү тип тә ебәрәләр. Уныһы шулайҙыр, әммә донъяла бер генә нәмәнең дә абсолют булмағанын беләбеҙ һәм был ошо, әлеге осраҡҡа ла тура килә, әлбиттә. Шулай тигәндә барыбыҙға ла киң билдәле һүҙҙәргә - кисәгеһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡлыҡҡа ишаралайым. Был ысынлап та шулай бит инде: бөгөн тигәнебеҙ, иртәгә тыуыу менән, кисәгегә әйләнә лә баһа. Әйләнә һәм беҙ бөгөн эшләгән бөйөк эштәр, тарихта ҡалғас, мөһимлеген юғалтамы ни? Юҡ, әлбиттә, юҡ. Рәсәй тарихында бөгөн өлгө итеп алырлыҡ бик күп күренештәр бар бит һәм ул күренештәр - бер ваҡытта ла иҫкермәй торған нәмәләр. Мәҫәлән, Тыуған илде һөйөү, уны яҡлап яуға күтәрелеү, уның өсөн берҙән-бер ғүмереңде йәлләмәү, аҡсаны фиҙакәр хеҙмәт менән генә эшләү һәм башҡалар.

  Рәсәй тарихы тип аталыуы һәйбәт һәм шулай тигәндә беҙ бер генә, илгә исем биргән, милләтте генә лә күҙҙә тотмайбыҙ, ә унда ғүмер буйы бергә йәшәгән башҡа бик күп ҡәүемдәрҙе лә һәм ысынында ла ошо йөкмәтке, мәғәнә һаҡланһа арыу булыр ине. Ошоно әйткәндә Рәсәй тарихының, мәҫәлән, башҡорт халҡының да бик яҡын ҡатнашлығында яҙылғанын, һәр хәлдә уның яҡты биттәренең яҙылғанын күҙҙә тотабыҙ. Быйыл, ана, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләйбеҙ, ә унда беҙҙең әллә күпме яугирҙең данға күмелгәне, Парижға барып еткәне мәғлүм.

  Йәнә лә шул. Тарих – тарих булып ҡалһын ине ул, таҙа килеш, кемдәрҙеңдер файҙаһына боролмаһын. Юғиһә һуңғы ваҡытта Рәсәй тарихын яңынан яҙыу күренештәре йыш, китаптың ниндәйҙер билдәһеҙ биттәре яҙылһа, асыҡлыҡ индерелһә арыу ул, әле генә әйтеүемсә, үҙгәртелә башлаһа – хөрт.

  Бынан шундай һығымтаны яһайбыҙ - тарих кәрәк шул, кәрәк.

ШУЛАЙ БУЛҺЫН

Көн иҫ киткес матур бөгөн, туғандар!

  Һәм бында ғиллә Рәсәйҙә каникулдың дауам итеүендә генә түгел, ә, мәҫәлән, ағастарҙың ап-аҡ бәҫкә төрөнөп ултырыуында. Башҡа урындарҙа нисектер, ә Өфөлә, бөгөн эшкә барырға сыҡҡанымда, байтаҡ ваҡыт ошо хозурлыҡҡа һоҡланып ҡарап торҙом. Мин йәшәгән урын – яңы район, ағастар әллә ни юҡ, шулай ҙа күҙҙәрем бәҫле ағастарҙы барыбер ҙә тапты. Был күренеш миңә шул хәтлем ки оҡшай, хатта шул бәҫтән машина тәҙрәһен дығырҙатып тырнап таҙартыу ҙа әллә ни ауыр тойолманы.

  Уйлап ҡараһаң, бәҫ - нимә генә инде ул? Туңған һыуҙың кескәй кристалдары. Китапса әйтһәк – еүеш һауа туңыу хәленә етһә, йәғни Фаренгейт буйынса 32, Цельсий буйынса 0 градусҡаса төшһә, бәҫ хасил ҡылына башлай. Шулай ғына, ләкин ҡарап торһаң - үҙе бер сихри донъя. Элегерәк яңы йыл открыткаларында шундайыраҡ һүрәттәр була торғайны.

  Һәм бәҫ - матурлыҡ ҡына ла түгел икән әле, ә матди файҙаһы ла бар, имеш. Кисә беҙҙең радиола бер замандашыбыҙҙың, һәүәҫкәр фенологтың, әйткәнен ишетә биреп ҡалдым. Быйыл бәҫ күп, йыл һәйбәт килә, тине.

  Шулай булһын да.

РАДИО ТУҠТАМАЙ

  Бына тағы, яңы йылда ла, осраштыҡ, туғандар! «Юлдаш» эфирында бөгөн, төш мәлендә, 12 сәғәт 10 минутта, үҙемдең байрам йырым алдынан, әйтеүемсә, бөтә замандаштарымды ла Еребеҙгә 2012 йыл килеү менән ихлас ҡотлайым, киләсәктә лә тормошобоҙ ҡот, нур, ырыҫ, хөрмәт, күңелебеҙгә хуш хеҙмәт менән тулы булһын:)))

  Каникулдар башланды, шулай булыуға ҡарамаҫтан беҙҙең радио ярты секундҡа ла туҡтап тормай, әлбиттә, эшен, ғәҙәттәге ише үк булмаһа ла, дауам итә. Шәхсән үҙемдең, мәҫәлән, кескәй радиоспектаклдәрем эфирға сыға барыр. Тап әле, мин ошо яҙманы яҙған минуттарҙа, шуларҙың береһе, «Урау ғәмәл» тигәне, бара ла. Балалар тормошонан ҡыҫҡа ғына бер ваҡиға һүрәтләнә унда. Аҙағында бындай һығымта яһала: «Бәғзе ғәмәлдәрҙе шулай уратып та башҡарырға тура килә. Бала ғына көйө лә…».

  Кескәй радиоспектаклдәрем көн һайын, 14 сәғәт 15 минутта, башланыр.

АЖДАҺА ҺҮҘЕ

 - Килеп етә алмаҫ яңы йыл булды был! – тип шаяртты бөгөн замандаштарымдың береһе.

  Һәм бына ул, 2012 йыл, ныҡ яҡын. Иртәгә, Алла бирһә, үҙен ҡаршы ла алырбыҙ. Ә оҙаҡ килгәненә ишаралауға килгәндә, ысынында ул ығышмай, әлбиттә, ә беҙ ашығабыҙ. Радиола уға көҙҙән үк әҙерләнә башланыҡ һәм шулай итмәй ҙә булмай ине – эфирың юғары сифатлы булһын тиһәң, санаңды йәй әҙерлә. Әҙерлектең емештәрен радио тыңлаусылар декабрь айы тыуғас ауыҙ итә башланы ла инде. Ә төп емеш бөгөнгә, 30-на, билдәләнгәйне, әле, мин әлеге юлдарҙы яҙғанда, дауам да итә. «Ҡуян күстәнәсе» тип аталған ошо радиомарафондың шәхсән үҙемә өс өлөшөндә ҡатнашырға тура килде – ҡайҙалыр күберәк, ҡайҙалыр әҙерәк. Беренсеһендә үҙемдең яңы йыл йырыма бәйле саҡырылғайным. Икенсеһе – «Даирә» программаһының йомғаҡлау сығарылышы булды, Зөлфиә Рәхмәтуллина менән икәүләп алып барҙыҡ. Тапшырыу бик оҡшаны, ҡунаҡтарыбыҙ - Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БДУ профессоры Шәмсинур Шакирова, сәйәсәт фәндәре кандидаты Әхтәр Боҫҡонов 2011 йылды ижтимағи-сәйәси, иҡтисади яҡтан барланы, киләһе йылға фараздар яһаны. Өсөнсө тапшырыуға «Арыҫлан» ир-егеттәр телевизион клубы ағзаһы сифатында саҡырғайнылар. Уйылдан Ғәлин менән клубҡа бәйле һорауҙарға яуап бирҙек, гармун тартып, таҡмаҡ әйттек.

  Иртәгә, 31 декабрҙә, «Булғаны ла, булмағаны ла» тигән музыкаль радиоспектаклем эфирға сығырға тора. 14 сәғәт 15 минуттан 14 сәғәт 55 минутҡаса барасаҡ. Уның да йөкмәткеһе, тәбиғи, яңы йылға бәйле, бер егеттең яңы йыл мажаралары бәйән ителә. Тыңлағандар, тәьҫораттарығыҙҙы ошонда яҙығыҙ әле. Әйткәндәй, мин уны былтыр (2010), октябрь айында уҡ, яҙып ҡуйғайным, ысынлап та оҙағыраҡ килә шул 2012.

  Яңы йылда ла имен-аман торайыҡ, туғандар! Һәм шулай булыр ҙа, быны һеҙгә мин, Аждаһа йылында тыуған кеше, әйтәм.

АСЫҠЛЫҠ

Үткән «Даирә»лә ҡунаҡ рәүешендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнашты. Тап ошо мәлдә, тап уны саҡырыу, минеңсә, дөрөҫ ине, был турала эфирҙа ла әйтелде. Дөрөҫ, сөнки эфир көнөндә лә, бөгөн дә - ил парламентының бер саҡырылышы тамамланып, икенсеһе эшкә тотонмаған осор һәм был яҡлап мәғлүмәт күберәк кәрәк булды, әле лә кәрәк. Юғиһә һайлауға әллә ҡасандан әҙерләнә башланыҡ, уны, әҙерлек сараларын, этап-этаплап үткәрҙек, 4 декабрь көндө тауыш биреү барышын минутлап тигәндәй күрһәтә килдек ( шәхсән үҙем Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгенән репортаждар алып барҙым ), һәм, шунан һуң,  ниндәйҙер бер бушлыҡ барлыҡҡа килде. Илдең төрлө ҡалаларында, бер яҡлап еңеү, икенсе яҡлап еңелеү митингылары уҙҙы, уҙырҙары көтөлә лә, әлбиттә, әммә әле әйтергә теләгәнем - был түгел. Дәүләт Думаһының яңы саҡырылышының тиҙерәк эш башлауы кәрәк ине һәм кәрәк тә, бушлыҡты ана шул тултырырға тейеш. Яңы депутаттарҙың тәүге ойоштороу ултырышына иртәгәнән һуң, 21 декабрҙә, йыйылырҙарын күптән беләбеҙ ҙә инде, шунда үҙҙәренә рәйес тә һайларҙар, был вазифаға ҡайһы бер фамилиялар ныҡ ышаныслы атала ла. Шулай ҙа… Шулай ҙа, бына, Иршат Юнир улын тура эфирҙа барыр әңгәмәгә саҡырҙыҡ, ул, таңға ғына Мәскәүҙән килеп төшөүенә ҡарамаҫтан, тамсы ла инәлтмәйенсә, килеп тә етте һәм ошо беҙ әйткән «бушлыҡ»тың нимәнән ғибарәт икәнлеген аңлатып бирҙе. Ләкин әле мин уның яуаптарын бында тулыһынса теҙеп яҙыу яғында түгелмен, теләгәндәр, ана, тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең сайтта тыңлай ала. Мин бүтән нәмәгә диҡҡәт ҡылмаҡсымын. Ул – Рәсәй Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһы депутатының эфирҙа асыҡ булыуы һәм, шул асыҡлығының ысын дәрәжәлә ихлас икәнлеген сағыу раҫлап, үҙенең кеҫә ( ! ) телефоны номерын иғлан ҡылыуы. Тапшырыу бөтөү менән ул бер-береһен этәреп тигәндәй яңғыраған шылтыратыуҙарға яуап бирергә тотондо ла. Тәбиғи: әҙәм балалары уны сираттағы, алтынсы саҡырылыш та, депутаты булыуы менән ҡотламай ине, уларға көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам кәрәк.

  Ни өсөн быға, кеҫә телефоны һандарының аталыуына, иғтибар иттем һәм билдәле бер дәрәжәлә быны маҡтап яҙам? Сөнки ул – һирәк күренеш, өлгө алырлыҡ та күренеш шикелле.

ЫСЫНЛЫҠ ФАЙҘАҺЫ

  - Уй, шиғырҙары һәйбәт!

  Үҙем яҡшы белгән замандашымдың ҡапыл ошолай тип ҡуйыуынан нисектер һиҫкәнеп киттем тием микән… Һиҫкәнмәһәм дә ныҡ ҡына ғәжәпләндем, сөнки әлеге замандашымды әҙәбиәткә, етмәһә шиғриәткә әллә ни ылыҡмаған, быны хатта бөтөнләй тигәндәй кәрәкмәгән нәмә тип ҡараған зат тип беләм.

  Ә уның күҙҙәре янып киткән:

  - Случайно ғына күреп, уҡырға керешкәйнем, беренсе строчканан уҡ как бы привлекать итте лә ҡуйҙы. Ҡайһы бер башҡортса һүҙҙәрҙе, ней, аңлап бөтмәһәм дә, рәхәт итеп уҡыным.

  Уның тәүге әйткәнен ишетеп, әйтеүемсә, аптырағайным, быныһынан ҡыуаныс тойғоһо кисерҙем.

  Ошондайыраҡ күренешкә бынан алда ике мәртәбә шаһит булынды.

  Беренсеһе былай булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын боронғолоҡ тип һанаған, уларҙы бөтөнләй ҡабул итмәгән, «современный» тигән һүҙҙе ҡабатларға яратҡан икенсе бер ватандашыма Абдулла Солтановтың йырлағанын ишетергә насип булған. Тыңлаған һәм ҡарашы ҡырҡа ыңғай яҡҡа ныҡ үҙгәргән.

  Икенсе осраҡ гармун уйнауға бәйле. Компьютер эшкәртеүендә генә эшләнгән «Чумачедчая» һәм башҡа йырҙарҙы тыңлаған йәш илдәшем, тере гармун моңон тыңлағас:

  - Унда ла һәйбәт сыға икән, - тип ҡуйҙы.

  Шулай шул, шулай, туғандар – ысын сәнғәт әйбере күтәрә, күҙҙәрҙе лә, һүҙҙәрҙе лә аса.

УЙҒА КИЛГӘН АЛҒА КИЛӘ

  - Тыуған яғығыҙ менән бәйләнеш бармы? – тигән дә һорау менән мөрәжәғәт ителде мин йәмәғәтселеккә киң генә белдерергә өлгөргән дә инде Дәүләкән осрашыуында. Әлеге блогта ла, «Шоңҡар» журналы сайтындағы көндәлегемдә лә яңыраҡ ошо ҡалала мәктәп уҡыусылары һәм бән фәҡирегеҙ ҡатнашлығында, һорау-яуап форматында, уҙған саранан хисап яһай киләм һәм, бына, ҡыҙыҡ булһа тип, сираттағыһын баҫам.

  - Эйе, тыуған төйәгемдә йыш булам, - тинем һис уйлап та тормайынса, сөнки был - ысынлап та ла шулай, ҡайтыуҙар хатта артығыраҡ та булып китмәй микән әле… Шундай шик тә бар шул: артыҡлыҡ, бәлки, ҡәҙерҙе лә ебәрәлер. Ләкин балаларға быны уҡты әйтеп торманым. – Йыш булам һәм, ышанһағыҙ-ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ ҙа ышанығыҙ: районға ҡайтҡанда нисектер тотош районға ҡунаҡ булып барып инәм. Төбәп барған ауылым, тәғәйен йортмо, ҡунаҡханамы була, әлбиттә, ләкин район сиген үтеү менән барған еремә еткәндәй булам. «Сик» тиеү, бәлки, дөрөҫ үк тә түгелдер әле – был, тыуған яҡҡа барып инеү, Белорет, хатта Архангелдың урмандары күренгәс тә башлана шикелле. Башланалыр һәм артабан баҙыҡлана, сағыулана баралыр.

  Был - нимәнән?

  Һорауҙы үҙ-үҙемә лә биргәнем бар.

  Минеңсә, юғары һүҙ тип ҡабул ителмәһен, тыуған төйәкте һөйөүҙәндер. Үҙеңде ошо төбәктең улы итеп хис итеүҙәндер. Уның өсөн, бәлки, яуаплылыҡ та тойоуҙандыр. Эйе-эйе, шулай. Ошонан ватандарлыҡ, йәғни патриотизм, мәсьәләһенә лә барып тоташабыҙҙыр. Ә ниңә тоташмаҫҡа? Тоташырға кәрәк һәм был тотош ил күләмендә лә булһын әйҙә. Сөнки ул, ил, ниндәй генә хәлдә булһа ла, уны һөйөү, уның өсөн үҙеңә яуаплылыҡ йөкмәү, ҙурҙан алғанда, барыбер ҙә ерҙә ятып ҡалмайҙыр, иртәме-һуңмы шул илде үҫешкә этәрәлер. Уйға килгән алға килә, ти бит халҡыбыҙ.

  Шулайыраҡ яуапланым.

ИКЕ ҠУЯН ТУРАҺЫНДА

  Ошо көндәрҙә, «Шоңҡар» журналының сайтындағы көндәлегемдә яҙа биргәйнем инде, Дәүләкәндә, Әхиәр ағай Хәкимовтың йорт-музейында, уҡыусы балалар менән осрашып ҡайттым. Йорт-музей директоры, үҙе лә ижадсы кеше ( мәҫәлән, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа ла, үҙе сәхнәгә сығып йырлап та ебәрә ) Гөлүзә ханым Арыҫланова саҡырғайны. Осрашыуға балалар килә тигәс, баш тартманым, ә, киреһенсә, шатланып риза булдым, сөнки тап уларға әйтер һүҙҙәрем күбәйеп киткәйне.

  Осрашыу һорауҙар-яуаптар рәүешендә барҙы, сәғәт ярым самаһы арала байтаҡ мәсьәләгә туҡталдыҡ, әле бында, блогта, уларҙың һәр береһен тәфсирләп яҙа алмайым, форматы ул түгел, шулай ҙа тәьҫораттарымды теркәп ҡуяйым.

  Балаларҙың үҙҙәренә нисек булғандыр инде ( артыҡ аҡыл һатырға тырышманым, аудиторияның үҙенсәлеген иҫәпкә алдым ), ә минең үҙемә оҡшаны. Йәш быуындың әҙәбиәт менән барыбер ҙә ҡыҙыҡһыныуы оҡшаны. Һәм шул сәғәт ярым арауыҡ эсендә әйтелгәндәрҙең бик әҙ генә булһа ла өлөшө лә уларҙың хәтеренә һеңһә, үҫмер саҡтарын иҫкә төшөргәндәрендә ошо осрашыу ҙа өҫкә ҡалҡһа – бурысым үтәлгән булыр, тием.

  Бына, мәҫәлән, бер һорау һәм шуға яуап:

  - Журналистика менән әҙәби ижадты бергә алып барыуы нисек?

  - Бик һәйбәт. Бөтә хәбәрселәр ҙә яҙыусы, бөтә яҙыусылар ҙа хәбәрсе булмай, була ла алмайҙыр. Кәрәкмәйҙер ҙә. Был – дөйөм алғанда, әлбиттә, ә минең үҙем өсөн ошо ике һөнәрҙе бергә алып барыуы оҡшай. Оҡшай, сөнки улар бер-береһен тулыландыра кеүек. Тулыландыралыр ҙа шул – ике йүнәлештә лә һүҙ тигән ғали йәнәптәре менән эшләнелә бит. Тел шымарыу тигән күренеш тә бар бит. Йәнә лә был фекер киңлегенә лә килтерә тигән уйҙамын. Йәғни журналистикалағы ниндәйҙер жанрға һыйып бөтмәгәнме, шул артабан үҫеп-үрелеп барлыҡҡа килгән ниндәйҙер яңымы, фекер әҙәби әҫәрҙә һынланырға мөмкин. Тағы ла шул: журналистика бит барыбер ҙә - оператив өлкә, унда бөгөнгө, һис юғында иртәгәһе көн өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелә. Ә әҙәби әҫәр оператив та булһын, бер ваҡытта ла иҫкермәһен дә. Ана, классик яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен әле булһа яңы ғына яҙылғандай күреп уҡыйбыҙ ҙа баһа. 

  Икенсенән, үҙең әҙәби ижад менән шөғөлләнгәс, Яҙыусылар союзы ағзаһы булғас, был мөхит һиңә яҡшы таныш, әҙиптәр ҙә һине таный тигәндәй, һәм, шуға күрә радиолағы журналистика эшен алып барыуы ла еңелерәк.

  Ләкин журналистика менән яҙыусылыҡ гел генә һыйышып йәшәмәй ҙә ҡуя шикелле. Бында, бәлки, ике ҡуяндың ҡойроғо тураһындағы билдәле әйтемде лә иҫкә төшөрә алабыҙҙыр. Хәйер, ундай осраҡтар, береһенең дә ҡойроғон тота алмауҙар, тормошта әллә ни йыш түгелдер ул, йышырағы – бая әйтеүемсә, үҙ-ара ярҙам, тулыланыуҙыр. Әммә зыян да булып ҡуя. Мәҫәлән, тел мәсьәләһендә - яҙыусы теленең журналистик әйбер телен боҙоуы тураһында әллә ни әйтеп булмайҙыр, ә бына, мәҫәлән, хикәйәне  журналистика теле менән яҙыу – хөрттөр инде ул.

  Шулайыраҡ тип яуапланым. Яуапты бында һүҙмә-һүҙ килтермәнем, әлбиттә, һүҙҙәре икенсерәк, балаларға яҡшыраҡ аңлашылырҙай булғандыр, ә йөкмәткеһе ошолай ине.

  Башҡа һорау-яуаптарға сираттағы яҙмаларҙа туҡталырмын тип ниәтләнәм.